Бөтә донъя донорҙар көнө уңайынан Өфөлә әүҙем ҡан тапшырыусыларҙы тәбрикләнеләр

Бөтә донъя донорҙар көнө уңайынан Өфөлә әүҙем ҡан тапшырыусыларҙы тәбрикләнеләр

Республика ҡан биреү станцияһында үҙенсәлекле сара ла үтте. Ҡан тапшырыу — изге эш ти ... ...(ағай, которого наградили). Ул һөнәре буйынса табип һәм был изге эштең ни тиклем мөһим икәнлеген яҡшы аңлай.

Ҡан биреүсенең сәләмәт булыуы мөһим, шуға ла табиптар донорҙың ҡан баҫымын үлсәй һәм башҡа мөһим тикшереү сараларын үткәрә. Бар күрһәткестәр ҙә яҡшы булған осраҡта ғына кеше ҡан тапшыра. Әйткәндәй, бер юлы 200-ҙән алып 400 миллилитрға тиклем ҡан ағыҙырға мөмкин. Табиптар әйтеүенсә ҡан биргән бер кеше яҡынса тағы 50 кешене ҡотҡара.

Республика ҡан ҡойоу станцияһында хәҙер ярҙамсы робот та эшләй. Ул билдәле бер программа ярҙамында эргәһенә килгән кешенең хәлен, йөрәк тибешен асыҡлай ала, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ла яуап бирергә һәләтле.

14 июндә билдәләнгән донор көнө табип һәм иммунолог Карл Ландштейнерҙың тыуған көнө менән бәйле. 1930-сы йылда кешенең ҡан төркөмдәрен асҡаны өсөн уға Нобель премияһы тапшырыла. Йыл һайын үткәрелгән байрам айҡанлы Республика ҡан биреү станцияһында әүҙем донорҙарҙы һәм бында эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү матур йоллаға әүерелгән.

Ҡан тапшырыу һәр ваҡыт иреклек һәм мәрхәмәтлелек сағылышы булып килде. Донор көнө алдынан Дәүләт Думаһына ҡан тапшырыусыларҙы ирекмәндәргә тиңләгән закон проекты индерелә. Ул донорҙарға ярҙам итеү маҡсаты менән уйланылған. Нурия Ғилмуллина, Ринат Исҡужин, Зарема Хисмәтуллина, хәбәрҙәр Башҡортостан.