Уның һәр биҫтәһе тураһында айырым китап сығарырлыҡ. Архитектура ҡомартҡылары, билдәле шәхестәр менән бәйле урындар, күперҙәр, хатта тәҙрәләр һәм һәр кирбес тураһында тарихи сығанаҡтар бергә ҡушылып баш ҡалабыҙҙың ҙур йылъяҙмаһын барлыҡҡа килтерә. Беҙҙең ижади төркөм Нижегородка биҫтәһенең тарихына байҡау яһаны.
Тракт урамы император Александр I өсөн һалынды, ти тарихсылар. 1824 йылда ул Өфөгә килергә ҡарар итә. Юлды башта балсыҡ менән ҡаплайҙар, киләһе ҡатлам – ҡомло таш, уның өҫтөнә таштар түшәлә.
2019 йылда таш юлды мәҙәни мираҫ объекты тип таныйҙар. Ул дәүләт ҡурсауы аҫтында. Ике йөҙ йыллыҡ юл артабан Нижегородканың тарихи урыны – Крестовоздвиженск ҡорамына алып килә.
Ҡорам үҙгәрешһеҙ тиерлек һаҡланған. Уның урамында сиркәүҙең тәүге настоятеле Николай Котельников ерләнгән.
Николай Котельниковты һуңғы юлға оҙатыуға христиандар менән бер рәттән старообрядсылар һәм хатта мосолмандар ҙа килә. Уны изгелеге өсөн бар халыҡ ярата. Астарға ризыҡ, йортһоҙҙарға ҡыйыҡ биргән, күңеле китектәргә гел генә таяныс була белгән диндарҙы Һаңрау балалар өсөн асылған училище өсөн дә ихтирам итәләр.
Биҫтәне өйрәнеүҙе артабан дауам итәбеҙ. Киләһе тарихи урын – һыу ятҡылығы.
Нижегородка биҫтәһенең Долгое исеме аҫтында билдәле күле Ағиҙелдең элекке улағында барлыҡҡа килә. Әле генә шулай өйрәктәр тыныс йөҙөп йөрөй, егеттәр балыҡ ҡармаҡлай, ә ҡасандыр бында күскендәр тире ебеткән. Улар күн эшкәртеү һәм аяҡ кейеме етештереү менән шөғөлләнгән.
Күскенселәр тигәнебеҙ Нижегород губернаһындағы Шереметьев графтарҙың вотчина ерҙәренән килгән 50 крепостной крәҫтиән.Уларҙың Кобельков, Нехаев, Корниловтар фамилиялары менән булыуҙары билдәле.
Әле Нижегородкала йәшәүселәр староверҙарҙың үҙен күрмәгән әлбиттә, ә бына Долгое күле аша һалынған өс күперҙең дә тере шаһиты улар.
Һәр кирбес тарих һөйләй тинек бит әле? Нехаев, элекке Ҙур Нижегородка урамында урынлашҡан Федор Инякин йорто тураһында артабан һүҙебеҙ. Сауҙагәр ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгән.
Нижегородканың Выгонная, Ҙур Шерстомойная урамдары электән бар. Ә биҫтәнең иң төп сәнәғәт предприятиеһы – ликер-араҡы заводы.Башта ул ректификация заводы исеме менән билдәле була.
Завод хеҙмәткәрҙәре өсөн төҙөлгән торлаҡ та — Өфөнөң архитектура ҡомартҡыһы. Завод тураһында тағы бер ҡыҙыҡлы факт – унда эшләгәндәр юғары кимәлдәге белгестәр иҫәбенән булған һәм уларға спиртлы эсемлектәр эсеү ҡәтғи тыйылған. Бына шундай үҙенсәлекле, тарихҡа бай биҫтә ул Нижегородка. Ҡасандыр Өфөнән ситттәрәк айырым ятһа, хәҙер иһә, баш ҡалабыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө.






