Башҡортостан ҡотҡарыу эшенә 5 йылда 800 миллион һум аҡса йүнәлтелткән

Башҡортостан ҡотҡарыу эшенә 5 йылда 800 миллион һум аҡса йүнәлтелткән

Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү, янғындарҙы һүндереү һәм ҡотҡарыу эшенә һуңғы 5 йылда 800 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән.

Ошо турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Александр Куренков менән осрашыуҙа белдерҙе. Ведомство етәксеһе Өфөгә сәфәре барышында Конгресс-холл бинаһы янында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәренең Бөтә Рәсәй йыйынын ҡараны. Ошонда уҡ техника күргәҙмәһе ойошторолдо һәм Башҡортостан ведомствоһына — янғын һүндереү, ҡотҡарыу машиналары тапшырылды.

Александр Куренков билдәләүенсә, янғындарҙа йыл һайын меңәрләгән кешенең ғүмере өҙөлә. Был иһә илдең иҡтисадына ярайһы ҙур матди зыян килтерә. Күрелгән сараларға ҡарамаҫтан янғындар кәмемәй, тине министр. “Башҡортостан – ҙур, урманлы һәм халыҡ күп йәшәгән төбәк. Шуның өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре беҙҙең бергәләп һәм ойошторолоп эшләгән дуҫтар”, — тине Радий Хәбиров.

Министрҙың Өфөгә сәфәре барышында Красноусол ауылында янғын һүндереү часте асылды. Александр Куренков республикаға идара итеү үҙәгенең эшмәкәрлеген дә баһаланы.