Федераль министр Александр Куренковтың республикаға эш сәфәре барышында ошо турала һөйләшеп килешелде. Ведомствоның төбәктәге идаралығы ла ил субьекттары араһында иң яҡшыларҙан иҫәпләнә. Был хаҡта Радий Хәбиров хөкүмәттәге Оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Улар маҡтауға түгел, ә данға лайыҡ. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хеҙмәтенә ошондай баһа бирә. Дүшәмбе кәңәшмәһендә уларҙың бер төркөмөнә республиканың Генерал Шайморатов ордены һәм миҙалдары тапшырылды. Орден кавалеры Александр Сопин рәхмәт һүҙе һалдаттарса ҡыҫҡа һәм мәғәнәле.
Дүшәмбе кәңәшмәһендә иғлан ителгән мәғлүмәттәр араһынан айырым иғтибарға лайыҡ булғандары тураһында билдәләү кәрәк. Ул “Салауат йыйынына” бәйле. Республика фольклор байрамын йыл һайын тап Салауат районында ойоштороу тәҡдиме бар. Әммә, тиҫтәләрсә мең кешене йәлеп иткән мәҙәни форум тәбиғәткә зыян килтерергә тейеш түгел. Радий Хәбиров ошо мәсьәләне һыҙыҡ өҫтөн алырға ҡуша.
Республика башлығы ҡуйған тағы бер бурыс – Башҡортостанда рәсми пляждар һанын арттырыу. Уның сәбәбе лә бар. бөгөн рәсми эшләгән 161 ял итеү урынын халыҡ мәнфәғәтен тулыһынса ҡәнәғәтләндерә алмай.
Башҡортостанда балаларҙың йәйге каникулы сиктәрендә асылған лагерҙар эшмәкәрлеге, урман янғындарына ҡаршы көрәш тә исемлектең беренсе урынында торған мәсьәләләр. Һуңғыһына килгәндә, хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы ихтимал. Кешелрәҙең битарафлығы арҡаһында урмандарға ут тоҡаныу осраҡтары бар.
Кәңәшмәлә Өфөнөң 450 йыллығына арнап төҙөлгән спорт обьекттары тураһында айырым әйтелде.
Ә баш ҡаланың 450 йыллығының төп саралары августа үтәсәк. Был мәсьәлә буйынса айырым кәңәшмәләр көтөлә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Өфө үҙенең тыуған көнөн лайыҡлы үткәрәсәк






