Емерек түбә, тишек иҙән, күгәргән еҫ. Өфөләге иҫке йорттарҙың береһендә йәшәүселәр өсөн был ғәҙәти ысынбарлыҡ. Богдан Хмельницкий урамындағы бина күптән авария хәлендә тип танылған. Әммә кешеләр ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып көн дә бында йәшәргә мәжбүр.
Надежда Николаева был ике бүлмәле фатирға йәш сағында уҡ күсер килә. Тик ваҡыт үтеү менән йорт йәшәү өсөн яраҡһыҙға әйләнә: иҙән таҡталары серегән, ямғыр арҡаһында түбәлге штукатурка ҡойола, хатта мшек тә йылдан йыл ауыша, сөнки йорт бинаһы күсә башлаған. Һыу, ут, канализация тураһында һөйләп тә тораһы түгел ти ҡатын.
Был фатирҙа инде 3 йыл йәшәмәгән Надежда Александровна инергә ҡурыҡты, сөнки бында кеше ғүмеренә хәүеф янай.
1948-се йылда төҙөлгән 16 фатирлы йорт ҡот осҡос хәлдә. Бина көндән-көн емерелергә тора. 2021-се йылда был йортто авария хәлендә тип таныйҙар, 2023- сө йылда кешеләрҙе күсерергә тигән ҡарар ҙа була. Әммә улар әле лә бында йәшәргә мәжбүр. Милекселәр был мәсьәлә менән судҡа бара, еңә, тик ҡала хакимиәте апелляция биреп ваҡытты һуҙа. Һөҙөмтәлә кешеләр 2025-се йылдың аҙағын тиклем көтөргә тейеш.
Елена Попова – йәш әсә. Бәләкәс балаһын хәүефле йортта йәшәтергә ҡурҡып ул айырым күсеп сыға. Ә был фатирҙа коммандировка менән ҡырҙа эшләгән атаһы ҡала. Эш сәфәренән ҡайтҡан һайын уны бында ҡомаҡтар ҡаршылай.
Ямғыр яуғанда һыу тотошлай фатирға үтеп инә. Ошо арҡала Полина Беляеваның фатиры диуарҙарында ярыҡ барлыҡҡа килгән. Ҡатын бүлмәлә урынлашҡан һыуытҡыстың емерелеп төшөп китеүенән һәм уның артында торған розетка өсөн дә борсола.
Таушалып бөткән стенаны матурлау, ремонтлауҙың файҙаһы бөтөнләй юҡ ти хужабикә.
Башҡа фатир хужалары кеүек Полина Беляева инде нисә йыл күсенергә әҙер. Ул хатта бөтә әйберҙәрен дә күптән төйнәп ҡуйған.
Был мәсьәлә буйынса ҡала хакимиәте ошондай аңлатма бирҙе
Ҡала властары күҙ буяп ваҡыт һуҙғансы авария хәлендәге йортта йәшәүселәр һәр көнөн хәүеф аҫтына ҡуйып йәшәргә һәм өмөт итергә мәжбүр.