Өфөләр тирәк мамығының күп булыуына зарлана

Өфөләр тирәк мамығының күп булыуына зарлана

Ҡайһы берҙәр хатта был ағастарҙы бөтөнләй ҡырҡып ташларға кәрәк тигән фекерҙә. Сөнки ул аллергия сығанағы тип иҫәпләй күптәр. Был ысынлап та шулаймы? Тирәк мамағы кем өсөн хәүефле һәм унан нисек һаҡланырға?

Һуғыш балаһы 90 йәшлек Мөниба Ғәйнәтуллина Өфолэ 50 йылдан ашыу йәшәй. Йыл һайын йәй етеү менән тирәк мамығы арҡаһында аллергиянан йонсойом ти оло йэштэге инэй.

Мөнибә Ғәйнәтуллинаның ҡыҙы Рүзилә лә шулай уҡ аллергия менэн яфалана. Берзэн-бер котолоу сараhы дарыу ти Рүзилә.

Тыныслыҡ урамындағы йорттарҙа йәшәүселәрҙең күбеһе йэйге мамыкты проблема тип hанай. Тирәктәрҙе ҡырҡыуҙарын һорап мөрәжәғәт тә итек ти был йортта йәшәүселәр.

Орджоникидзе районы хакимиәтендә иhә халыҡтан рәсми мөрәжәғәттәр килмәне тип билдәләйҙәр. Юғиһә ҡала властары яуап бирер ине тип аңлаталар бында.

Күҙҙәрҙең ҡыҙҙырыуы, йәш ағыуы, ҡолаҡтарҙың ҡысыуы һәм тамаҡтың ҡаҡшауы һалҡын тейеүҙең генә түгел, ә тирәк сәскә атҡан ваҡытта аллергияның да билдәләре булыуы мөмкин. Бындай ауырыуҙарҙың оҙайлылығына иғтибар итеү мөһим. Ғәҙәттә, аллергия процесы оҙағыраҡ дауам итә.

Белгестәр раҫлауынса,тирәк мамығы үҙе аллерген түгел. Ул башҡа үҫемлектәрҙең һәм ағастарҙың һеркәһен генә күсерә. Шулай ҙа табиптар аллергиктарға медицина битлеге, ҡояш күҙлеге кулланырга һәм киске елһеҙ вакытта гына тышта йөрөргә кәңәш итә. Ә төндә тәҙрәләрҙе ябыу хэйерле, сөнки үҫемлектәрҙе ел менән һеркәләндереү иртәнге сәғәттәрҙә әүҙем бара.