Халыҡ дауалаусылары Ғафури районында йыйыла

Халыҡ дауалаусылары Ғафури районында йыйыла

Башҡортостанда «Ер ҡото» халыҡ дауалаусыларының республика этномәҙәни фолклор фестивале үтәсәк. Ул быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторола. Сара үҙенсәлектәре хаҡында ойоштороусылар «Рәсәй» медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында һөйләнеләр.

Халыҡ дауалаусылары фестивален уҙғарыу идеяһы, уның әһәмиәте һәм республикабыҙҙа ниндәй дауалау төрҙәре барлығы хаҡында аныҡ яуаптар еткерелде. Халыҡ дауалаусылары мәктәбе "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ҡарамағында 2018 йылдан алып эшләй. «Ер кото» республика этномәҙәни фольклор фестивале милли традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү, Рәсәй федерацияһы халыҡтарының дуҫлығын, туған телде, һәм мәҙәниәтте пропагандалау, көнкүреш һәм календарь йолаларын белгән талантлы дауалаусыларҙы асыҡлау маҡсатында уҙғарыла.

Башҡортостан Башлығы инициативаһы буйынса республикала иғлан ителгән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылында айырым саралар булдырыла , фестивалдә ветерандарға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә ярҙам итеү яғынан бушлай хеҙмәттәр күрһәтелә.

Халыҡ дауаһы менән шөғөлләнгән, ярҙамға, практик кәңәшкә мохтаж булған йәки был тема менән ҡыҙыҡһынған һәр кем фестиваль эшенә ҡушыла ала. Сара шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеүселәргә, ғалим-фольклорсыларға, этнографтарға ҡыҙыҡлы буласаҡ.