Йәйәүлеләр һәм автомобилдәр өсөн ике альтернатив вариант тәҡдим ителә: Көнсығыш сығыу юлы һәм Князево кисеүе аша йылға паромы менән үтеү. Сикләү ваҡытлыса, капиталь ремонт эштәренең сираттағы этабына бәйле.
Төҙөүселәр күпергә асфальт һалыр алдынан гидроизоляция буйынса эштәр менән мәшғүл. Бөгөнгә объект 40 процентҡа әҙер тип белдерә подряд ойошмаһы етәкселеге.
Үткән быуатта төҙөлгән иҫке күперҙең тимер-бетон конструкциялары металлға алмаштырылған. Әлеге ваҡытта төҙөүселәр ямғыр һыуҙарын ағыҙыу өсөн торбаларҙы һалыу эшен башларға тора. Бының өсөн күпер аша автомобилдәр хәрәкәтен тулыһынса сикләргә тура килә.
Ҡариҙел аша һалынған күперҙе 1984 йылда төҙөйҙәр. 2023-тә унда капиталь ремонт эштәре башлана. Яңыртыу «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар»милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Был күпер Өфөнөң төнъяҡ биҫтәләрен М-5 Урал федераль трассаһы менән бәйләүсе мөһим транспорт артерияһы булып тора.
Июнь аҙағына тиклем күпер ике тапҡыр ябыла. Беренсе сикләү 20 июндә киске сәғәт 8-ҙән 21 июнь иртәһенә тиклем булһа, икенсеһе-ай аҙағында планлаштырылған. Шуға бәйле бөгөндән «Князево» кисеүендә Ҡариҙел йылғаһы аша паром бәйләнеше эшләй башлай. Тарифтар ҡаланың йылға паром кисеүҙәре тарифтарына тап килә.