Иглин районындағы берәҙәк эт һәм бесәйҙәр приютына ябылыу хәүефе янай. Был осраҡта тиҫтәләгән йәнлек ауыл урамдарында ҡалыуы ихтимал.
Ольга Быкова бала сағынан йәнлектәрҙе яратып үҫә һәм уларға һәр саҡ ярҙам итергә тырыша. Ауыл урамында ташлап ҡалдырылған эт һәм бесәйҙәрҙе йәлләп ул өйөнә алып ҡайта башлай. Ваҡыт үтеү менән кескәй дуҫтарыбыҙҙың һаны арта һәм хужабикә приют эшләргә тигән ҡарарға килә.
Әммә эт-бесәйҙәр менән дуҫ йәшәү күршеләргә хуш килмәй. Йәнлектәрҙән сыҡҡан еҫ һәм эт өргән тауышҡа түҙмәйенсә ауыл халҡы Ольганы судҡа бирә. Фемида күршеләрҙең дәғүәләре менән ризалаша һәм 30-сы июлгә тиклем хужабикәгә йәнлектәрҙе ауылдан ситкә күсерергә тигән ҡарар сығара.
Эт-бесәй йәнле ханым ярҙам һорап район хакимиәтенә бара һәм санитар нормаларға тап килтереп приют төҙөрлөк ер һорай. Буш биләмә табыла.
Әммә ер ауыл хужалығы тәғәйенләнешендә булғанлыҡтан бында приют төҙөү рөхсәт ителмәй булып сыға. Закон буйынса бында үҫенте, теплица йә ваҡ ҡош-ҡорт һәм бер нисә эт тоторға ғына мөмкин.
Приют төҙөр өсөн ер биләмәһе мотлаҡ сәнәғәт тәғәйенләнешендә булырға тейеш. Район хакимиәте ундай ерҙе лә бирергә әҙербеҙ тип ышандыра. Яҡтар аңлашыу тапып бюрократик кәртәләр емерелгәнсе ваҡыт үтә, ҡыҙғанысҡа ул туҡтап тормай. Ә хайуандарҙың иртәгәһе көнө билдәһеҙ ҡала. Сөнки “Өмөт йорто” приютындағы 300-гә яҡын йән эйәһе иртәгә Иглин урамдарына сығарылып ташланыуы ихтимал. Эт – кешенең тоғро дуҫы, тик эттәр ҙә кешесә ҡарашҡа мохтаж.