Белемлеләргә бар юлдар асыҡ

Белемлеләргә бар юлдар асыҡ

Был һүҙҙәргә Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара кампусында үткән сара асыҡ дәлил. Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаһының йомғаҡлау этабында ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр кампус эшмәкәрлеге менән танышты һәм Радий Хәбиров менән осрашты.

Быйыл Башҡортостан башҡа йылдағылар менән сағыштырғанда еңеүселәрҙең рекордлы һаны менән ғорурлана ала. 2022-се, 2023-сө йылдарҙағы еңеүселәр иҫәбе буйынса әгәр республика илдә 10-сы урынды биләһә, был уҡыу йылында 6-сы баҫҡысҡа күтәрелде. Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаһында 24 дисциплинала 113 уҡыусы йомғаҡлау этабына үтеп, уларҙың 42-һе призлы урындар алды, ә 10 ҡыҙ һәм егет еңеүселәр рәтенә сыҡты. Олимпиада 18 марттан алып 3 майға тиклем барҙы.

Вадимдың Радий Фәрит улы менән әңгәмәлә биргән һорау-тәҡдимен етәксе шунда уҡ бойомға ашырырға ҡушты. Быйылға тиклем Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 баллға тапшырып, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына инеүселәргә төбәк 150 мең премия тапшыра ине. Хәҙер Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаһында еңгән уҡыусылар ҙа, төбәк вузында уҡырға ҡалып, ошондай аҡсалата ярҙамға дәғеүә итә. Радий Хәбиров сығарылыш уҡыусыларының илдең алдынғы уҡыу йорттарына инеүен хуплауын белдерҙе. Башҡортостанға белемле белгестәр кәрәк, тине ул. Осрашыуҙа уҡыусылар башҡа көнүҙәк мәсьәләләр тураһында ла әңгәмәләште. Йәштәрҙе етәксенең мәктәп йылдарында ниндәй олимпиадаларҙа, ярыштарҙа ҡатнашыуы, уңышҡа өлгәшеү өсөн нисек ваҡытты дөрөҫ бүлеү, лидерлыҡ сифаттары, һөнәр һайлау серҙәре ҡыҙыҡһындыра. Төбәк башлығынан төп кәңәш – тик яратҡан йүнәлеш буйынса үҫергә. Осрашыуҙы йомғаҡлап, ҡыҙҙар һәм егеттәр Радий Фәрит улы менән бергә үҙҙәренең күптәнге йолаһы – Башҡортостан гимнын йырланы.