Бөрөлә мәҙәниәт эштәре буйынса республика кәңәшмәһе һәм Рәсәй киноһы йылын йомғаҡлау тантанаһы үтте.
сараларға тап килтереп ҡалала заман талаптарына яуап биргән күп йүнәлешле мәҙәниәт үҙәге асылды. Өр яңы проект буйынса төҙөлгән үҙенсәлекле бинаның әлегә Рәсәйҙә тиңе юҡ.“Умникум” үҙәгенә килеп ингән һәр кем үҙен киләсәккә барып эләккәндәй тоя. Бында роботтар һәйләшә, балалар ҡулында хатта уйынсыҡтар терелә. Белем менән мәҙәни тәрбиә биреүҙең берҙәм өлгөһө. Республика башлығы был үҙәккә шундай баһа бирҙе. Бөрөләге “Умникум” Рәсәйҙең бәләкәй ҡалаларында төҙөлөргә тейеш 29 үҙәктең беренсеһе. Башҡортостандағы үҙәк заман талаптарының һәммәһенә тулыһынса яуап бирә. Балалар бында ялын файҙалы үткәреп кенә ҡалмай, ә хыялдарын бойомға ашыра.Авиамоделдәр яһау, киберспорт, электрон китапхана, тауыш яҙҙырыу, телевидение һәм анимация студиялары. Түңәрәктәрҙең һәр ҡайһыһында һәләтле балалар шөғөлләнә. Был бүлмәлә кескәйҙәр пластилин геройҙарҙы йәнһүрәткә төшөрә, күршелә – телевидение тапшырыуҙары яҙыла. Бөрөләге “Умникумды” Рөстәм Зәки улы муниципалитеттарҙың барыһына ла өлгө итеп алырға кәңәш итте. Мәҙәниәт эштәре буйынса республика кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, ул төбәктәрҙә ошондай күп йүнәлешле үҙәктәрҙең эшен ойоштороу көнүҙәк маҡсат, тип билдәләне. Бөрөләге эш сәфәре барышында республика башлығы Рәсәй киноһы йылын йомғаҡлау тантанаһында ла булып, республиканың алдынғы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм танылған сәнғәт эшмәкәрҙәренә юғары наградалар тапшырҙы.