Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу костюмын кейгән актерҙар һәм аниматорҙарҙың уртаса хеҙмәт хаҡы күпме?

Тулыраҡ: Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу костюмын кейгән актерҙар һәм аниматорҙарҙың уртаса хеҙмәт хаҡы күпме?

Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу костюмын кейгән актерҙар һәм аниматорҙарҙың уртаса хеҙмәт хаҡы күпме?

Superjob.ru порталы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың костюмын кейгән актерҙар һәм аниматорҙарҙың уртаса хеҙмәт хаҡы баҫып сығарҙы. Яңы йылдың төп персонаждарының эш хаҡы рейтингына илдең бер нисә ҙур ҡалаһы, шул иҫәптән Өфө лә индерелгән.Хаҡтар 20 декабрҙән 28-нә тиклемге осорҙа 40-45 минутлыҡ эш өсөн күрһәтелгән. 29-31 декабрҙә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы өйгә саҡырыу ҡиммәткәрәк төшә, тип хәбәр итә Башинформ. Өфөлә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың бер сәғәтлек эше өсөн 500-әр һумдан 1 мең һумға тиклем түләргә кәрәк. Екатеринбургта ул 700 һумдан 1 мең 400 һумға, Санкт-Петербургта — 800-1600, Мәскәүҙә мең һумдан ике мең һумға тиклем барып етә.