Республика парламенты МХО-ла ҡатнашыусыларға бәйле тағы бер закон ҡабул итте

Республика парламенты МХО-ла ҡатнашыусыларға бәйле тағы бер закон ҡабул итте

Башҡортостандың иң йәш ҡалалрының береһе – Ағиҙелдең иҡтисади хәлен яҡшыртыу өсөн яңы закон проекты әҙерләнә. Хоҡуҡи актҡа ярашлы, хәҙер округтағы һалым органына иҫәпкә ҡуйылған ойошмалар 2026-сы йылдың 31-се декабренә тиклем айырым төр һалымдарҙан тулыһынса азат ителә. Был аҙым ҡалаға инвесторҙар йәлеп итеү мөмкинлеген бирергә тейеш. Ошо туралағы документ Башҡортостан парламентының етенсе саҡырылыш депутаттарының йомғаҡлау ултырышында ҡаралды.

Республиканың закондар сығарыу буйынса төп органы – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы һуңғы ултырышында ҡаралған хоҡуҡи акттарҙың айырыуса әһәмиәтлеһе бер-нисә. Ағиҙел ҡалаһына бәйле проект бөгөнгө шарттарҙы көнүҙәк булып ҡала. Уның өсөн тотош республика кимәлендәге закон ҡайтанан ҡарала. ”Ойошмалар милкенә һалым тураһындағы” документҡа үҙгәрештәр индереүҙән һуң, Ағиҙел ҡалаһының һалым органына иҫәпкә ҡуйылған ойошмалар алдағы 2 йыл ярымда милек өсөн һалым бөтөнләй түләмәй.

Башҡортостан парламентының яҙғы сессиялағы йомғаҡлау ултырышында депутаттар менән Министрҙар кабинеты ағзалары ла осрашты. Шишәмбеләге “Хөкүмәт кәңәшмәһе” аграр сектор, уның бөгөнгө хәленә баһа биреү ваҡыты ла. Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, тармаҡта мәсьәләләр етерлек. Төп бурыстарҙың береһе - ауыл ерен белгестәр менән тәьмин итеү. Бөгөн хужалыҡтарға 2 меңярым хеҙмәткәр кәрәк.

Башҡортостан парламенты республика Хөкүмәте менән тығыҙ бәйләнешты. Уртаҡ эште тәҡдим ителгән документтарҙан да күреп була. Мәҫәлән, республика хөкүмәте, төбәктә һунарсылыҡ ресурстарын һаҡлауҙы закон нигеҙендә тәьмин итеү яҡлы. Хәҙер һуҫар, һеләүһен аулау өсөн дә йәрәбә тартырға кәрәк.

Парламент депутаттары республикала йәмәғәт именлеге менән бер рәттән, йәмәғәт урындарында тыныслыҡты тәьмин итеү йүнәлешенән яңы проекттар тәҡдим итә. Яҡын арала үҙ көсөнә инәсәк тағы бер документ – махсус хәрби операциялаҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ҡағылышлы.

Парламенттың яҙғы сессиялағы һуңғы ултырышында Радий Хәбиров та ҡатнашты. “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сәркәтибе булараҡ, сәйәси фирҡәнең Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙағы фракцияһы ағзалары менән осрашты.