Өфөнөң юбилейына Башҡортостандың спорт әҙерлеге үҙәге “Көрәш Һарайы” тантаналы асыла. Республика етәкселәре уның төҙөлөшөн даими контролдә тота. Әленән-әле Радий Фәрит улының эш сәфәре төҙөлөш майҙаны аша үтә. Был юлы етәксе эштәрҙең ҡасан тамамланыуы менән ҡыҙыҡһынды.
Халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй кимәлендәге спорт сараларына тәғәйен бындай комплекс Европала ла хатта юҡ, ти белгестәр. Уның эсендә 3 көрәш залы, бер юлы 2 һәм 6 матта ярыштар ойоштороу өсөн залдар, Медицина блогы, психолог, методика кабинеттары, бассейн, бейеү кластары ҡаралған. Ресторан, ҡунаҡхана өсөн дә майҙан бүленгән. Әлеге ваҡытта Көрәш һарайын төҙөү эштәре тамамланыуға бара. Уны асыу Өфөнөң юбилей тантанаһы программаһына индерелгән.
Көрәш һарайы алдын күренекле скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаковтың скульптуралар ансамбле биҙәй. Оҫта биш төр — милли , ирекле, грек-рим көрәштәре, самбо, дзюдо өлгөләрен алған.






