Өфө үҙәге йәй аҙағына танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк

Өфө үҙәге йәй аҙағына танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк

Баш ҡаланың юбилейына Өфө үҙәгендә лә күләмле төҙөкләндереү эштәре бара. Күпләп иҫке йорттар, мәҙәни мираҫ объекттары урынлашҡанлыҡтан бында эштәр оҙаҡ ваҡыт һәм айырыуса иғтибарлыҡ талап итә. Төҙөүселәр йәй аҙағына ҡаланың тарихи үҙәге танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк тип вәғәҙәләй.

Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы тантанаһына аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Баш ҡаланың тарихи үҙәгендә рәсми саралар үтәсәк урамдарҙа төҙөкләндереү эштәренең һуңғы этабы. Үҙәк урамдарҙа гранит һалына, асфальт-бетон япмалар яңыртыла, йорт фасадтары үҙгәртелә. Шулай уҡ “таҙа күк йөҙө” программаһы әүҙем тормошҡа ашырыла, хатта канализация люктарына тиклем алмаштырыла.

Ҡала урамдарындағы яҙыуҙар һәм рекламалар ҙа иғтибар үҙәгендә. Ҡала үҙәген юбилей сараларына тәртипкә килтергәндән һуң, башҡарылған эштәр менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмайбыҙ һәм был талаптарҙы бөтә ҡалаға таратасаҡбыҙ тип белдерәләр ҡала хакимиәтенән.

Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек сиктәрендә дүрт урамда эштәр планлаштырылған. Ленин, Пушкин, Коммунистик һәм Яңы күпер урамдарында әле төҙөлөш эштәренең ҡыҙған мәле. Кәрәкле материалдар башлыса урындағы етештереүселәрҙеке. Мәҫәлән йәйәүлеләр юлын һалыу өсөн гранит плитәләре Учалы районынан килтерелгән.

Велосипед һыҙаты төп юлдан горизонталь билдә менән айырыла, был эштәр юлға асфальт бетон япма һалынғандан һуң башҡарыла. Бағанаға эленгән электр сымдарын ер аҫты аша һуҙғандан һуң, юлды брусчатка һалыуға әҙерләйҙәр, был эштәр тротуарҙы ремонтлау менән бергә алып барыла.

Техник һыҙатты һәм фасад зонаһын ҡороу өсөн ярыҡлы плитә ҡулланыла. Ул юғары ныҡлы характеристикаға эйә һәм төп тротуар плитәһен оҙак һаҡларға мөмкинлек бирә.

Йәйәүлеләр юл аша үткән урындарҙа, хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгәндәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн пандустар ҡуйыу ҡаралған. Проект буйынса улар һәр юл сатында була һәм Ташморон ятҡылығының тәбиғи гранит ташынан ҡуйыла.

Өфөнөң 450 йыллығына арналған төп саралар август аҙағында үтә, ошо ваҡытҡа төҙөүселәр ҡаланың үҙәк өлөшөндәге эштәрҙе тамамалап, ҡаланың йөҙөн тәртипкә килтерергә вәғәҙәләй.