Башҡаланың 450 йыллығына әҙерлектең төп йүнәлеше – йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү. Шундай мөһим объекттарҙың береһе — күп йылдар республикаға етәкселек иткән Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре сиктәрендә Өфөнөң Дорофеев һәм Коммунистик урамы киҫелешендәге ошо урынды килеп ҡараны. Төҙөлөш барышында сквер киңәйтелгән, эре ағастар ултыртып таш юл һалғандар. Эскәмйәләр һәм яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған. Өлкән быуын кешеләре, үҙ төйәген үҫтереүгә бар ғүмерен бағышлаған, яуаплы һәм талапсан етәксене яҡшы хәтерләй. Улар билдәләүенсә, был скверҙа ҡуйыласаҡ һәйкәл Миҙхәт Закир улына ғына түгел, ә ул заманда Республиканы аяҡҡа баҫтырған тотош дәүер кешеләренә.