Башҡортостан уҡыусылары араһында Берҙәм Дәүләт митихандарын 100 баллға яҙыусылар һаны арта

Башҡортостан уҡыусылары араһында Берҙәм Дәүләт митихандарын 100 баллға яҙыусылар һаны арта

Әлеге ваҡытҡа 140 бала иң юғары һөҙөмтәгә өлгәшә алған. Ә 11 уҡыусы бер юлы ике фәндән 100-әр балл йыйған.

Республикала Берҙәм Дәүләт имтихандарын тапшырыу тамамланды. Берәүҙәр һаман һөҙөмтәләр көтөп ҡайғырһа, икенселәр баллдарын белеп ҡыуана һәм ҙур маҡсаттар ҡуйып киләсәге тураһында уйлана. Мәҫәлән, Республика инженер лицей-интернатының 11-се А класс уҡыусыһы Артур Нуртдинов профилле математика һәм информатика фәндәренән 100-эр балл йыйған. Теүәл фәндәргә һөйөү бала сағымдан килә, мин күп уйларға һәм һанарға күнеккәнмен ти ул.

Артур 2019-сы йылда лицей ойошторған олимпиадала яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп уҡырға инә. Теүәл фәндәр буйынса үткәрелгән бәйгеләрҙә призлы урындар яулай. Үҙенең һәм уны уҡытҡан уҡытыусыларҙың тырышлығы арҡаһында ул юғары һөҙөмтәләргэ өлгәшә.

1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамадаусы Дилә Хәйруллина химиянан Берҙәм Дәүләт имтиханын 100 баллға яҙған. Был фәнгә һөйөүҙе 8-се класста химия уҡытыусыһы үҫтереп ебәрҙе һәм юғары кимәлдә имтиханға әҙерләне ти ҡыҙ. Киләсәген шулай уҡ был ҡыҙыҡлы ла, ҡатмарлы ла булған химия өлкәһе менән бәйләргә уйлай уҡыусы.

Гимназияла белем алған Илдан Мәзитов та физика фәненән 100 баллға өлгәшә. Артабан юлын инжинерия буйынса дауам итмәксе ул.

Балалар дәрестә генә түгел, дәрестән тыш ваҡытта ла имтихандарға әҙерләнэ. Был юғары балдарға өлгәшергә ярзам итэ ти гимназияның физика уҡытыусыһы Гөлдәр Әхмәтова.

4-се һәм 5-се июлдә имтихан һөҙөмтәләре менән риза булмаған уҡыусылар яңынан hынау тота ала. Республиканың мәғәриф һәм фән министрлығында үҙ көстәренә ышанған уҡыусыларға ғына ҡабат имтиханды тапшырырға кәңәш итәләр.

Әлеге көндә Берҙәм Дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса республикала 100 балл йыйған 140 эш бар, улар араһында 11 уҡыусы мультибалльник тип һанала, йәғни ике предметтан 100 балл йыйғандар. Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусылар һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусылар аҡсалата премия ла ала ала.

Республикала Берҙәм Дәүләт имтиханында 100 балл йыйыусылар һаны йылдан цыл арта. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хабиров белдерҙе. Юғары күрһәткестәр төбәктә уҡыу һәм уҡытыу сифатының үсеүе тураһында һөйләй