Эпидемия миҙгеле башланғандан алып республиканың медицина ойошмаларына 5 мең 135 кеше талпан ҡаҙалтып мөрәжәғәт иткән. Башҡортостанда йәшәүселәр иртә таңдан сиратҡа баҫып мәкерле бөжәктәрҙе анализға тапшырырға мәжбүр. Сөнки бәләкәй генә талпан оло бәлә сығарыуы ихтимал.
Бәлә аяҡ аҫтында... ҡыҙғанысҡа ҡаршы ҡаҙалған бөжәк боррелиоз менән зарарланған булып сыға. Вести программаһы хәбәрсеһе Павел Проломов бөтә хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеүгә ҡарамаҫтан, командировкала сағында талпан эләктерә.
Республиканың гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә мөрәжәғәт итәбеҙ. Унда талпандан тешләнгәндәр сиратҡа теҙелгән. Ҡаҙалған бөжәктәрен лабораторияға тапшырырға килгәндәр. Елена Сотникова ике аҙна эсендә ике талпан эләктергән. Тәүгеһе зарарһыҙ ине ти ханым, был юлы ла ул һөҙөмтәне хәүефләнеп көтә.
Әгәр мәкерле бөжәктең тәнегеҙҙгә ҡаҙалыуын тойһағыҙ, уны тиҙ арала кәүҙәһен боҙмай ғына тартып алырға кәрәк. Юғиһә, талпанды лабораторияға алмаясаҡтар.
Энцефалит һәм боррелиоз –талпан аша йоға торған иң билдәле сирҙәр. Беренсеһендә кешенең нерв системаһы ҡаҡшаһа, Лайм сире бактериялары организмдың теләһә ҡайһы өлөшөнә ултырыуы ихтимал. Йыш ҡына быуындар һәм баш мейеһе зыян күрә.Табиптар әйтеүенсә, иң мөһиме сир барлығын асыҡлап, дауалауҙы ваҡытында башларға кәрәк.
Эпидемия осоро башланғандан алып 5 мең 135 кеше талпан ҡаҙалыу сәбәпле республиканың медицина ойошмаларына мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың өстән бер өлөшө балалар. Мәкерле бөжәктәр күп төрлө ауырыуҙар йөрөтә. Ә уларға ҡаршы тороуҙың иң ышаныслы ысулы ул – вакцинация, ти белгестәр. Шулай ҙа хәүефһеҙлек сараларын үтәргә, урманға барғанда ябыҡ кейем кейергә һәм махсус аэрозолдәр йөрөтөргә онотмағыҙ