Төҙөүселәр урам эстәрендә балалар майҙансығы һәм башҡа социаль инфраструктура урынына күп ҡатлы йорттар төҙөүҙе хуп күрә. Өфөнөң Затон биҫтәһендә йәшәүселәр ошондай хәлдә ҡалған. Генераль планға, ярашлы йорт тирәһендә спорт һәм балалар майҙансығы, хатта кер киптереү урыны төҙөлөргә тейеш була. Әммә ике ай элек был урында эксковаторҙар яңы йорт нигеҙе өсөн соҡор ҡаҙый башлай. Вәғәҙә ителгәнде өс йыл көтәләр тигәндәй, Затондағы Әхмәтов Рычков һәм Шмидт урамдары киҫелешендә төҙөлгән яңы йортҡа күсеүселәргә ике йылдан көтөлмәгәнде күрергә тура килә. Проекттағы балалар майҙансығына төҙөлөш техникаһы килеп тула. Ә йөҙәрләгән балалар 3-кә 5 метр ҙурлыҡтағы майҙанда сиратлап уйнарға мәжбүр. 13 ҡатлы был ике йортта бөгөн 500-ҙән ашыу ғаилә йәшәй, уларҙы һатҡан ваҡытта вәғәҙәләр бик ышанслы яңғырай, әммә йорт тапшырылыу менән генераль план да, вәғәҙәләр ҙә үҙгәрә.Шулай ҙа төҙөүселәр әле лә буш вәғәҙәләре менән халыҡты тынысландырырға тырыша. Беҙҙең ижади төркөм килеүен күреп халыҡ араһына прораб сыҡты. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда спорт һәм балалар майҙансығы буласаҡ, тик уны төҙөү ваҡыты ғына кисектерелә килә.Прогресс ойошмаһы Әхмәтов урамы 320 кәсер 1 адресы буйынса урынлашҡан йорттан фатирҙар һатҡан ваҡытта, өлөшсөләргә бик күпте вәғәҙәләй. Мәҫәлән йорт ҡаршыһында спорт инвентарҙары менән йыһазландырылған балалар майҙансығы барлыҡҡы килергә тейеш була. Әммә һуңғы фатир һатылыу менән бөтәһе лә үҙгәрә, был майҙанда 5 ҡатлы йорт ҡалҡып сыға. Ә уның дауамы булып төҙөлөргә тейешле 9 ҡатлы йорт балалар майҙансығы биләмәһенә күсеп ултыра. Сөнки, план буйынса ул төҙөлөргә тейешле биләмәлә шәхси йорт ултыра һәм уның хужаһы ерҙе һатыуҙан баш тарта.Генераль пландың ни өсөн төҙөүселәр белдеге менән үҙгәртелеүен ҡала хакимитендә аңлатырға тырыштылар.Төҙөлөш ойошмаһы үҙ урынын балалар майҙансығы биләмәһендә тапҡан йорт нисек тә булһа төҙөләсәк һәм 2018 йылға файҙаланыуға тапшырыласағына ишараланы. Әммә бөтә уңайлыҡтар буласағына ышанып бында фатир алған йәш ғаиәләләр ғәҙеллек өсөн көрәшеүҙәрен дауам итәсәген йәшермәй.
Өфө ихаталары шәм йорттар менән тула
Тулыраҡ: Өфө ихаталары шәм йорттар менән тула