Башҡортостанда йылҡысылыҡ тармағы тергеҙелә. Улай ғына түгел, хәҙер сауҙа рәттәрендә йылҡы итенән әҙерләнгән сифатлы ризыҡтарға һорау арта. Уларҙың береһе – ҡаҙылыҡ. Башҡорт халҡының милли ризығын яһау серен Иглин оҫталары яҡшы белә. Ҡаҙылыҡ эшләүҙең беренсе һәм төп шарты – йылҡы итен дөрөҫ турау. Ул боҙолмаһын өсөн ныҡлы һалҡындар кәрәк. Сөнки, йылҡы ите наҙлы ризыҡ. Ҡаҙылыҡ майлы ғына түгел, ә файҙалы булһын өсөн оҫта Радик Ғәбиҙуллин бер-нисә быуындан килгән тәжрибәне ҡуллана һәм рецепт сере менән уртаҡлашырға тырышмай. Шулай ҙа, ҡайһы бер шарттарҙы эшҡыуар беҙгә лә асты. Йылҡы итен ваҡ итеп турағандан һуң, тәмләткестәр ҡушып, тоҙ-борос һалып итте кәм тигәндә лә бер тәүлеккә тыныҡһын өсөн ҡалдыралар. Ҡаҙылыҡты эшләүҙә һәр кемдең бурысы була. Уртаҡ ризыҡ уртаҡ көс менән әҙерләнә. Кемдер ит тураһа, ҡалғандар уны йылҡының эсәгенә тултыра. Ҡаҙылыҡты колбаса менән бөтөнләй бутарға ярамай, ти оҫталар. Иглин эшҡыуарҙары әҙерләгән башҡорт ҡаҙылығы сифатлы тауар. Ҡаҙылыҡты бал, ҡымыҙ кеүек, айырым бренд итергә кәрәк, ти улар. Ә әҙер ризыҡты һаҡлау өсөн Радик Ғәбиҙуллин үҙе уйлаған проект буйынса махсус һыуытҡыс камера эшләгән. Хужа был бүлмәгә берәүҙелә индермәй, тик ҡағиҙәнән беҙҙең өсөн генә ситләште.Бөгөн ҡаҙылыҡ тигәндә, иҡтисади өҫтөнлөктәр тураһында ла оноторға ярамай. Ситтән индерелгән аҙыҡ урынына республиканың шәхси эшҡыуарҙары яһаған сифатлы ризыҡ байтаҡҡа отошло. Сифатлы һәм зарарһыҙ тәбиғи тауар Иглиндың байтаҡ кибеттәрендә һатыла. Улай ғына түгел, Иглин ҡаҙылығы Өфө, Башҡортостанды ла яулай бара. Милли аш-һыуын әҙерләүҙә иң ҡатмарлы һәм иң тәмле ризыҡтарҙың береһе – ҡаҙылыҡ, кеше организы өсөндә файҙалы. Быны табиптар һәм диетологтар ҙа йәшермәй. Йылҡы итендә бөтөнләй холестерин юҡ, ә унда ҡушылған һуған һәм һарымһаҡ һалҡын тейеүҙән һаҡлай.
Йылҡыһы барҙың – тамағы ла туҡ
Тулыраҡ: Йылҡыһы барҙың – тамағы ла туҡ