Бының өсөн Өфө халыҡ-ара аэропорты янында 100 гектар майҙан бүлеү мөмкинлеге бар. Ошо хаҡта Радий Хәбиров Металлдарҙың үтә һығылмалылығы мәсьәләләре институтында уҙған “Фән сәғәте” барышында белдерҙе.
Радий Хәбировтың тағы бер тәҡдиме – Башҡортостандың Фәндәр Академияһына өҫтәмә һайлауҙар ойогштороу. Республика университет, институттарында эшләүсе профессор һәм докторҙарҙың һаны артыуға бәйле был. Радий Хәбиров Республиканың инновацион мөмкинлектәрен арттырыуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса түңәрәк өҫтәлдә лә ҡатнашты. Институт эшмәкәрлеге менән яҡындан танышҡандан һуң бер төркөм ғалимдарға дәүләт наградалары тапшырҙы.