Өфөләге «Әр-Рәхим» мәсетендә әүҙем төҙөлөш башланды

Өфөләге «Әр-Рәхим» мәсетендә әүҙем төҙөлөш башланды

Иман йортоноң манараларын биҙәр өсөн махсус рәүештә Грециянан мәр-мәр килтерелде. Аҡ төҫтәге таш донъяның бер утрауында ғына сығарыла, яҡын арала Өфөгә тағы ла 60 тонналыҡ партия килеп етергә тейеш.

Тасос утрауынан алынған мәрмәрҙе Грецияның визит карточкаһы тип иҫәпләргә мөмкин. Уны донъяның бөтә билдәле мәсеттәрен төҙөгәндә ҡулланалар. Был мәрмәр бөтә донъяла быуаттар буйына үҙенең саф ялтырап торған аҡһыллығы һәм юғары сифаты менән билдәле.

Грек мәрмәренең төп өҫтөнлөгө шунда: ул ваҡыт үтеү менән үҙенең төҫөн юғалтмай. Әлеге ваҡытта республикаға 60 тонна материал килтерелгән, яҡын арала тағы ла шунса мәрмәр ҡайтарыласаҡ.

Плитәләр манараларҙың фасадын биҙәгәнсегә тиклем төҙөлөш майҙансығында ойошторолған цехта тейешле әҙерлектәр үтә.

Бындай ҡатмарлы әҙерлек эше плитәләрҙе бер-береһенә тығыҙ тоташтырыу өсөн кәрәк. Сөнки улар араһында йөйҙәр булмаҫҡа тейеш. Манараның тышҡы яғы бер бөтөн туҡымаға оҡшаш буласаҡ. Ауыр таштарҙы махсус конструкцияға нығытыр өсөн айырым ысул ҡулланалар.

"Әр-Рәхим" төҙөлөшөн дауам итеү хаҡында Радий Хәбиров быйыл яҙ иғлан иткәйне. Эштәрҙе тергеҙеү проект документтарын яңынан юллау менән бәйле оҙаҡҡа һуҙылды. Республика етәксеһе Ураҙа байрамы ваҡытында үҙенең тәүге вәғәҙәләренең береһен үтәйәсәген әйтте.

2023 йылдың сентябрендә Радий Хәбиров йәмиғ мәсетен төҙөү мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһә үткәрҙе. Объектты комплекслы тикшергәндән һуң монолит, конструкцияларҙың торошо ҡәнәғәтләндерерлек тип танылды.

Манараларҙы тышлау тамамланғас, белгестәр үҙәк көмбәҙ тирәләй төҙөкләндереү һәм ҡыйыҡ эштәрен башлай. Төҙөүселәр ҡуйылған бурысты йыл аҙағына тиклем үтәргә вәғәҙәләй.