М12 федераль трассаһының Башҡортостан аша үткән өлөшөндә иң ҙур күпер төҙөлөшө башланды

М12 федераль трассаһының Башҡортостан аша үткән өлөшөндә иң ҙур күпер төҙөлөшө башланды

Юғары тиҙлекле юлдың Дүртөйлө – Әсет өлөшөндә бер нисә үткәүел буласаҡ. Бында яһалма ҡоролмалар төҙөлөшөндәге иң яңы технологиялар ҡулланыла.

Тере Танып йылғаһы аша үткән күперҙе һалған ваҡытта юлсылар яңы технология ҡуллана. Был эшселәргә күпер төҙөлөшөн тиҙләтергә һәм башҡарылған эш күләмен арттырырға ярҙам итә.

Танып йылғаһы аша үткән күперҙән айырмалы рәүештә бында икенсе төрлө күпер төҙөү алымы ҡулланыла. Ул өҙлөкһөҙ тигеҙ итеп бетон һалыуҙы үҙ эсенә ала һәм эш барышын тиҙләтә.

Бында үҙенән-үҙе тығыҙланыусы бетон ҡатнашмаһы ҡулланыла. Ул ер өҫтөнә шыма булып ята, шуға ла бетонды техника менән тигеҙләү кәрәге ҡалмай. Өҙлөкһөҙ бетон ҡойоу ысулы күперҙең таяуҙарын тәүлегенә 3 метр бейеклеккә күтәрергә мөмкинлек бирә. Әле был уникаль технология Рәсәйҙә яңы индерелә генә башлаған.

М12 федераль транссаһының Дүртөйлө, Борай һәм Тәтешле райондары аша үткән Дүртөйлө — Әсет юлы тирәләй генә 14, ә трассала тағы 15 күпер төҙөү ҡаралған.

Юл буйы сервисы һәм башҡа инфраструктура объекттары ла алдан уҡ иҫәпкә алынған. Был арауыҡта мәҫәлән 3 зона булдырыласаҡ: заправкалар, ҡунаҡһаналар, автосервис һәм ял урындарын эшләү күҙаллана.

Шулай уҡ экология министрлығы менән килешеү нигеҙендә 10 био-үткәргес төҙөлә, был ҡырғый хайуандарға юл һәләкәтенә осрамайынса трасса аҫтынан һалынған күпер аша сығыу мөмкинлеге бирә.

М12 трассаһының Башҡортостан аша үткән һәм Екатеринбург ҡалаһына тиклем һуҙылған 140 километрлыҡ юл өлөшөндә эштәрҙе йыл аҙағына тамамлау күҙаллана.