Башҡорттарҙың вариҫтары индеецтар!

Башҡорттарҙың вариҫтары индеецтар!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары тағы ла артты. Эшҡыуарҙар балаларына бушлай лагерь ойошторған. Унда һыбай йөрөргә, уҡтан атырға, индеестарҙың шәжәрәһе һәм тормошо менән танышырға мөмкин.

Мария Андрееваға 9 йәш. Уның атаһы тыныс тормошта Эске эштәр министрлығында эшләгән, ә хәҙер Запорожье өлкәһенең полиция хеҙмәтендә тәртип һағында тора. Ул Украина нацистарына ҡаршы ла көрәш алып бара. Ҡыҙҙарына бушлай ярҙам саралары хаҡында билдәле булғас, ғаиләнән ике кеше, шул иҫәптән Мария ял итергә ебәрелә.

Әлеге ваҡытта этно-паркта 19 бала ял итә, уларҙың 12-һе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ул һәм ҡыҙҙары. Кескәй дуҫтарыбыҙ көн дауамында ниндәйҙер шөғөл менән мәшғүл. Ҡыҙ һәм малайҙарға биш тапҡыр туҡланыу ойошторолған. Шулай уҡ иппотерапия кеүек дауаланыу саралары ҡаралған.

Лагерь биш көн дауам итә һәм ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн бушлай. Бында һыбай йөрөргә, уҡтан атырға, кәмәлә, саптарҙа йөҙөргә, ҡул эштәренә, тәбиғәтте һөйөргә, тиҫтерҙәре менән аралашырға, төрлө уйындарға, тарихты өйрәтәләр, саф һауа һулап, сәфәргә йөрөтәләр.

Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы йәмәғәт эштәренә йәлеп итергә ҡушты. Уларҙың балалары ла йәй ваҡытында башҡалар кеүек әүҙем ял итергә тейеш, тип билдәләй Радий Хәбиров.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға республикала 40-ҡа яҡын ярҙам сараһы ҡаралған. Мәҫәлән, хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһы электрон формала тапшырыла. Был иһә ветерандарға федераль һәм төбәк льготаларға хоҡуҡ бирә. Бынан тыш, айлыҡ түләүҙәрҙе ғаризаһыҙ тәғәйенләү тәртибе оҙайтылды. Ошондай ярҙам алыу өсөн хәҙер махсус документтар йыйыу талап ителмәй. Әле уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы бара. Унда, әлбиттә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың балаларына тәү сиратта иғтибар бүленә.