Башҡортостан урмандарында парһыҙ ебәк күбәләге тарала

Башҡортостан урмандарында парһыҙ ебәк күбәләге тарала

Бөтә ерҙе лә эшкәртеү мөмкинлеге юҡ, шуға ла, тәү сиратта, бөжәктәр ныҡлап таралған урындар ағыулана. Йөнтәҫ ҡарышлауыҡтар ихаталарға ябырылып еләк, гөл-сәскә, ҡыуаҡ, ағастарҙы ҡорота. Бөжәктәр ағас һайлап тормай, япраҡлыһын да, ылыҫлыһын да бөтөрә, ҡыяҡлы, башаҡлы үҫемлектәрҙе лә, үләнде лә ашай. Әммә оҙаҡ ваҡытҡа аҙыҡһыҙ ҡалыуға сыҙамай. Энтомологтар парһыҙ ебәк күбәләгенең тәбиғәттә тик бер нисә дошманы бар – ҡоштарҙан — кәкүк, бөжәктәрҙән — ерән ҡырмыҫҡа менән еҙ ҡуңыҙ, тип белдерә. Ебәк күбәләккә ҡаршы көрәштә Башҡортостанда яңы ысул ҡулланыла башлаған. Хәбәрсебеҙ Нурия ҒилмуллинаӨфө районы Булгаков ауылында йәшәүсе Регина Зарипова ебәк күбәләгенең нимәгә һәләтле икәнен үҙ күҙҙәре менән күргән. Былтыр был урманға инеүе бигерәк ҡурҡыныс ине, тип хәтерләй ул. Ағас япраҡтарын ҡот осҡос тиҙлек менән парһыҙ ебәк күбәләге ашап бөткән. Парһыҙ ебәк күбәләге ҡаршылауыҡтары, ғәҙәттә, ағастарға зыян килтермәй. Ләкин 10 йылға бер тапҡыр бөжәктәр популяцияһы һиҙелерлек итеп арта. Мәҫәлән, былтыр республикала 400 гектарҙан ашыу урман ҡоротҡостан зарарланған. Бындай бөжәк кеше өсөн бер ниндәй ҙә хәүеф тыуҙырмай. Ебәк күбәләге үҫемлектәрҙең 300-ҙән ашыу төрөн юҡ итә ала. Әйткәндәй, ҡаршылауыҡтар менән терпе, кәкүк һәм еҫле ҡуңыҙ туҡлана. Тик бөжәктәрҙең һаны артып китһә мәсьәләне улар ҡына хәл итә алмай. Быйыл иһә һауа торошо ярҙамға килә. Әммә тынысланырға иртәрәк әле, — тип иҫкәртә белгестәр. Шуға күрә баш ҡаланың урман биләмәһендә алдағы көндәрҙә феромонлы махсус тоҙаҡтар ҡуйыласаҡ. Был химик матдә еҫенә килеп ағастарға зарар килтергән бөжәктәр ауға эләгә лә инде. Өфөлә йәмғеһе 10 000 тоҙаҡ ҡуйыласаҡ. Улар ҡоротҡостарҙың үрсеүенә йоғонто яһай һәм ғалимдарға уларҙың иҫәбен күҙәтергә мөмкинлек бирә. Белгестәр ҡала халҡын был ауҙарҙы өҙмәҫкә саҡыра, ә баҡсасыларға участкаларында парһыҙ ебәк күбәләгенең барлыҡҡа килеү-килмәүен күҙәтергә кәңәш итәләр. Уларҙың йомортҡа һалыуы тышҡы яҡтан кипкән мүкте хәтерләтә.Ғалимдар белдереүенсә, быйыл ебәк күбәләгенең ғәҙәттән тыш һөжүм итеүе көтөлмәй. Бөжәктәрҙең иң әүҙем мәле июлдең тәүге декадаһына тура килә. Шуға республикала урмандарҙы биологик препарат менән эшкәртеү башланған да инде.