Яугирҙарға ярҙамға төп иғтибар

Яугирҙарға ярҙамға төп иғтибар

Республика башлығы ҡала һәм райондарҙың хакимиәт башлыҡтарына "Ватан һаҡсылары" дәүләт фондының социаль координаторҙарын үҙҙәренең аҙналыҡ кәңәшмәләренә саҡырырға ҡушты. Был турала Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Социаль координаторҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙы, уларҙың ғаилә ағзаларын ниндәй мәсьәләләр борсоғаны тураһында белешмә биреп тороға тейеш.