Ғафури районының Красноусол ауылында Рәсәй Геройы, подполковник Андрей Мигуновҡа һәйкәл астылды. Ул Афғанстанда барған хәрби хәрәкәттәр ветераны, шулай уҡ Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. Ирекмән булып китә һәм “Башҡортостан” полкының танктар батальонына етәкселенк итә. Кесе Ватанында уны нисек хәтерләйҙәр? Нурия Ғилмуллина сюжеты. Андрей Павлович Мигунов күп тапҡырҙар Геройҙар Аллеяһына сәскәләр һала, хәҙер инде уның бюсты был аллеяның мөһим бер өлөшө. Рәсәй Геройы бөтә ғүмерен Ватаныбыҙға хеҙмәт итеүгә бағышлай һәм Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк була. Афған ветераны күп йылдар республика хәрби комиссариаты системаһында эшләй. Йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү буйынса ҙур эш алып бара. Махсус хәрби операция башланғас ситтә тороп ҡала алмай. Уға һәйкәл асыу тантанаһына Красноусол ауылына күп кенә хәрби хеҙмәттәштәре килгән. Улар араһында Башҡортостан полкында Мигунов башланғысы аҫтында хеҙмәт иткән 20 яугир ҙа бар. Яуланған ерҙәрҙе дошмандан һаҡлағанда Андрей Мигунов геройҙарса һәләк була. Андрей Павловичтың хәрби тәжрибәһе арҡаһында украин милләтселәренең һөжүме туҡтатыла шәхси состав үлемһеҙ позицияларға ҡайта. Шул уҡ көндө Красноусол ауылында тағы ла мемориал таҡтаташ асылды. Ул Андрей Павлович эшләгән военкомат бинаһын биҙәп тора. Ауылдаштары уны үҙ итеп Палыч тип йөрөткән була.Андрей Мигуновтың ҡатыны Афғанстандан килгән хаттарҙы әле лә һаҡлай. Һәр береһендә тейерлек шиғырҙар яҙылған. Яҡташтары, хеҙмәттәштәре һәм әлбиттә яҡындары Андрей Павлович Мигуновты һәр ваҡыт хәтерләйәсәк. Геройҙар тураһында иҫтәлек йәшәһә, уларҙың эше лә дауам итәсәк.
Андрей Мигуновҡа һәйкәл астылды
Андрей Мигуновҡа һәйкәл астылды






