Июлдән Рәсәйҙә мөһим закондар үҙ көсөнә инде

Июлдән Рәсәйҙә мөһим закондар үҙ көсөнә инде

Улар йәшәйештең төрлө өлкәләренә ҡағыла. Үҙгәрештәр тураһында хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина сюжеты. 1 июлдән күп балалы ғаиләләр, пенсионерҙар, физик мөмкинлектәре сиклеләр һәм хәрби хәрәкәт ветерандары торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәренә түләгәндә банк комиссияларынан азат ителәсәк. Шулай уҡ 25 июлдән мутлашыусыларға күсерелгән аҡсаны кире ҡайтарырға мөмкин буласаҡ. Ул граждандарҙы телефон аша мутлашыусыларҙан һаҡларға ярҙам итәсәк. Июль башынан граждандар өсөн кәрәкле белешмәләр алыу ҙа ябайлаштырыла. Граждандарға судтан тыш, бөлгөнлөк өсөн ҡайһы бер белешмәләрҙе ҡағыҙ рәүешендә тапшырыу кәрәкмәйәсәк. Шулай уҡ кредиттар буйынса бурыстарҙы түләү тәртибе лә үҙгәрә. Бынан тыш, бурыслыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау ҙа ҡаралған. Тағы ла бер мөһим үҙгәреш – дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондтары клиенттарына уларҙың пенсия тупланмалары күләме тураһында «Дәүләт хеҙмәттәре» порталындағы шәхси кабинет аша, йә иһә Рәсәй социаль фондының клиент хеҙмәтендә хәбәр итәсәктәр.