Бөгөн Гаи көнө!

Бөгөн Гаи көнө!

1936 йылдың 3 июлендә СССР-ҙа Дәүләт автоинспекцияһы ойошторола. Ведомствоның барлыҡҡа килеүенә ҡалаларҙың йылдам үҫеше, юл-урам селтәренең киңәйеүе һәм илдә автомобилдәр һанының артыуы сәбәпсе. Юл һағында торған полиция хеҙмәткәрҙәре хаҡында сираттағы репортаж.Таутөмән ауылында ҡатын-ҡыҙ инспекторҙың тауышын ишеткәс Лада Калина водителе шунда уҡ туҡтай. Руль артында ла гүзәл зат, уны урындағы полиция хеҙмәткәрҙәре яҡшы белә. Сөнки, яңыраҡ ҡына иҫерек килеш тотҡандар һәм водитель таныҡлығынан мәхрүм иткәндәр. Әммә, ул суд ҡарарын үтәмәгән, штрафын түләмәгән һәм документтарын тейешле урынға тапшырмаған. Бынан тыш, эскән килеш Иглин районы буйынса машинала әле һаман йөрөй. Хәҙер инде 9 бала әсәһенең автомобиле штраф туҡталҡаһына оҙатыла һәм яза тағы ла ҡатыраҡ буласаҡ.Ямғыр, ҡар, дауыл, һалҡын һәм эҫе көн тимәй улар юлда именлек һағында. Эш ауыр булыуға ҡарамаҫтан Радмир Юнысов атаһы һайлаған һөнәр — инспектор булырға ҡарар иткән. Әле ул баш ҡалала юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы, иҫерек водителдәрҙе асыҡлай, урамдарҙа именлекте тәьмин итә. Ҡайһы берәүҙәрҙең яңылыш фекере, урамда таяҡ менән болғап тороу йәнәһе еңел эш – был ҡәтғи дөрөҫ түгел. Кешеләр менән һөйләшә белергә, шул уҡ ваҡытта сыҙам булырға, төрлө тәбиғәт шарттарына яраҡлашырға, ҡанундарҙы белергә те йеш дәүләт инспекторы. Уларға хәҙер заманса технологиялар ҙа ярҙамға килә, тип билдәләй Гаи ветерандары. Совет осоронда улар Дәүләт автоинспекцияһы тип аталды. Һуңынан Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тип йөрөтөлдө. Быйылдан киренән Дәүләт автоинспекцияһы, йәғни, Гаи тип үҙгәрелде. Тап уларҙың иңенә юлдарҙа кеше ғүмерҙәрен һаҡлау, именлекте тәьмин итеү бурысы йөкмәтелгән.