Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хабиров ҡатнашты. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжетында. Сарала шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв һәм Түбәнге Новгород өлкәһе закондар сығарыу Йыйылышы рәйесе Евгений Люлин ҡатнашты. Форумды Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ойошторҙо. Йәштәр сәйәсәтенең көнүҙәк йүнәлештәре буйынса ҡануниәтте камиллаштырыу өсөн республика йәштәрен берләштереү форумдың төп маҡсаты булып тора. Юҡҡа ғына сара тап ошо бинала үткәрелмәй. Радий Хәбиров белдереүенсә, республикала йәштәр өсөн күп эш башҡарыла.Бөгөнгө көндә төрлө йәштәр ойошмаларының булыуы ла мөһим тип белдерҙе республика Башлығы. Төрлө өлкәләр буйынса оҡшаш булған ике субъектҡа тәжрибә менән уртаҡлашыу мөһим, тип белдерҙе Түбәнге Новгород өлкәһе закондар сығарыу Йыйылышы рәйесе Евгений Люлин. Шулай уҡ был форум ҡыҙыҡлы булғаны өсөн генә түгел, файҙалы булыуы арҡаһында ла саҡырыуҙы ҡабул итеп алдым тип белдерҙе Люлин. Һуңынан Константин Толкачев менән Евгений Люлиндың осрашыуы үтте. Унда ике төбәктең закондар сығарыу эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлештәре һәм йәштәрҙең закондар сығарыу процесында ҡатнашыуы тураһында һүҙ барҙы. Шулай уҡ яҡтар Дәүләт Думаһына төбәктәр өсөн мөһим федераль закон проекттарын тәҡдим итеү өсөн төбәк парламенттарының көсөн берләштереү тураһында һөйләште.Константин Толкачёв белдереүенсә, йәштәр әле илебеҙ мәнфәғәтендә эшләп килә һәм уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе закондар менән нығытырға кәрәк. Йәштәрҙең бындай форумы беренсе тапҡыр 2018-се йылда уҙғарылғайны. 5 йылға бер үткәрелгән сара киләсәктә үҙ һөҙөмтәһен бирер тип ышана, форумды ойоштороусылар.
Өфөлә Республика йәштәренең закондар сығарыу форумы уҙҙы
Өфөлә Республика йәштәренең закондар сығарыу форумы уҙҙы