Радий Хәбиров республиканың 13 районынан килгән ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашыуҙа был йәһәттән халыҡҡа аңлатыу эшен башларға ҡушты. Үткән аҙнала ғына Башҡортостанда йәшәүселәр мутлашыусыларға 27 миллион һум аҡса күсергән. Республика буйынса эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр телефон һәм онлайн мутлашыусыларға Башҡортостан халҡы 3 миллиард һум самаһы аҡса күсергән. Төрлө агентлыҡтар тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең 88 проценты мутлашыусыларҙан смс йәки шылтыратыу алған. Уларҙың 10 проценты аҡсаһын юғалтҡан.Ысынлап та, республикала йәшәүселәрҙең күбеһенә мутлашыусыларҙан шылтыратыуҙар килгән. Быға беҙҙең хәбәрселәр ҙә инанды. Телефон аша мутлашыусыларға көрәштә бына ниндәй кәңәштәр бирә Өфөлә йәшәүселәр
Республика башлығы телефон аша мутлашыусыларға ҡаршы көрәш башларға саҡыра
Республика башлығы телефон аша мутлашыусыларға ҡаршы көрәш башларға саҡыра