Өфөнөң 450 йыллығына ланшафт дизайны элементтары ҡулланылған өс сәскә скверы барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ ҡала буйлап төрлө үҫентеләр, ҡыуаҡтар ултыртылған 500-ҙән ашыу мобиль һауыттар, бордюрҙар ҡуйыла, сәскәләр ултыртыла. Тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Гүзәл Батыраева сюжетында.Байрамға әҙерлектә юғары уҡыу йорто студенттары ла әүҙем ҡатнаша. Башҡорт дәүләт аграр университетының өсөнсө курс студенты Дарьяның йәйге практикаһы файҙалы һәм күңелле үтә. Август аҙағына тиклем Ленин урамы күҙгә күренеп үҙгәрәсәк. Дәүләт коцерт залы, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры, „Родина„ кинотеатры алды ланшафт дизайны элементтары ҡулланып биҙәлә.Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек ҡыҙыу бара. Йәштәр театры алдында әле ландшафт дизайнерҙары эшләй. Был майҙан ошонлай аркаларҙан башҡа төрлө үҫентеләр менән лә дә биҙәләсәк...Бөтә үҫемлектәр ҙә беҙҙең һауа торошона яраҡлы һайлап алына. Улар бер туҡтауһыҙ ҡойоп яуған ямғырҙарға ла, көнө буйы ҡыҙҙырған ҡояшҡа ла бирешмәҫкә тейеш.Майҙандарҙы йәшелләндереүҙең икенсе этабын башланыҡ, финалға табан барабыҙ, ти ланшафт дизайнерҙары.Ҡаланың юбилейына әҙерлек сиктәрендә үҙәк урамдар буйлап төрлө сәскәләр ултыртыла, үлән-ҡыуаҡтарҙан 500-ҙән ашыу махсус һауыттар биҙәй. Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын яҙҙан көҙгә тиклем ҡыуандырған был скверҙа бетон брусчаткалар ҙа алмаштырыласаҡ. Өфөгә Көньяҡтан инеү юлын да йәшелләндереү, яңыртыу башланды. Бында 150-нән ашыу ағас, 2000 самаһы ҡыуаҡ ултыртыу ҡарала.
Өфөнөң 450 йыллығына өс сәскә скверы барлыҡҡа киләсәк
Өфөнөң 450 йыллығына өс сәскә скверы барлыҡҡа киләсәк






