Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе — Башҡортостандың көньяғындағы иң ҙур мәктәптәрҙең береһе. Бында күрше ауыл, райондарҙан балалар килеп уҡый. Интернат эшләй. Башта мәктәп бинаһы ағастан була. Мәктәптең бер матур үҙенсәлеге бар – Сәфәрғоловтар династияһы. Директорҙар, күпселек уҡытыусылар тап ошо тоҡомдан. Йәше генә оло, ә үҙе хатта ла заманса ул Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе. Химия, физика кабинеттары бар кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылған. Уҡытыусылар рәхәтләнеп лаборатор дәрестәр үткәрә. Быйыл уҡыу йортон 58 ҡыҙ һәм егет тамамланы. Улар ауылдың һәм төбәктең киләсәге.Байрам ҡунаҡтары - мәктәптә төрлө йылдарҙа эшләгән уҡытыусылар. Ә уҡыусылар – сараны ойоштороусы әүҙемдәр.Бер быуат дәүерендә Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе бик күп аҫыл ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе уҡытып сығарған. Әлеге ваҡытта улар райондың, төбәктең, илдең алдынғы ҡарашлы шәхестәре. Һин ҡайҙан, тип һораһалар, оло ғорурлыҡ менән, Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбенән, тип яуаплайҙар.