Башҡортостандың төнъяҡ райондарында йәшәүселәр 50 градусҡа тиклем һыуытыуы тураһында хәбәр итә.
Бөрө районында йәшәүселәр термометрҙағы күрһәткесте фотоға төшөрөп интернет селтәренә һалған. Башгидрометтан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Бөрөлө күҙәтеү станциялары 32 градуслыҡ һыуыҡ теркәгән. Үҙ термометрҙарында 50 градуслыҡ аномаль түбән температура күреүселәрҙең термометрҙарҙы төҙөк булмауы ихтимал тигәндәр Башгидрометта.