Бөгөн, “Рәсәй-Башҡортостан” телеканалының матбуғат үҙәгендә республикала экологик мөхит һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә арналған һөйләшеү үтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мәсьәлә бигерәк тә көнүҙәк. Ҡала ерендә эшкәртеү предприятиелары булһа ла, уларға үҙ бурыстарын ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарырға мөмкинлектәр сикле. Экология мәсьәләһе Урал аръяғы райондары өсөн дә айырыуса киҫкен ҡала. Тәүлек эсендә Өфөлә генә 9 мең кубометрҙан ашыу төрлө ҡый сығарып түгелә. Тик күпселек сүп-сар кәрәкле сүплеккә барып етмәй, ә юл ҡырҙарында ҡалдырыла. Республика ғалимдары бөгөн махсус полигондар янында ниндәй үҫемлектәр үҫтереү кәрәклеге, тупраҡ сифатын тикшереү менән мәшғүл.
Экологик мөхит һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү
Тулыраҡ: Экологик мөхит һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү