Мутлашыусылар йәнә рекорд ҡуя

Мутлашыусылар йәнә рекорд ҡуя

Стәрлетамаҡта газ шартлау һөҙөмтәһендә йәрәхәтләнеүсе ике кеше ауыр хәлдә. Мутлашыусылар йәнә рекорд ҡуя, Башҡортостан халҡы 1 тәүлектә сит иҫәптәргә 17 миллион һум күсергән. Оператив кәңәшмәлә ҡаралған ошо һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында Ғәзиз Лоҡмано репортажы.Тыуған көндәрен билдәләүселәрҙе тәбрикләп Оператив кәңәшмәне асыу матур йолаға әүерелгән. Дүшәмбелә үҙенең 50 йәшлек юбилейын ҡаршылаған Фәнүр Йәғәфәровты Радий Хәбиров ҡотлап ҡына үтмәне уға Матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре тигән юғары исем бирҙе. Төбәк етәксеһе “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының директорҙар Советы рәйесенә намыҫлы эше өсөн рәхмәт белдерҙе. Мәғлүмәттең ваҡытында еткерелеүе ысынлап та мөһим. Интернет мутлашыусылар хаҡында хәбәрҙар булмағанлыҡтан республикала йәшәүселәр көн һайын 10-15 миллион һум аҡсаһын юғалта. Әле сираттағы рекорд, тәүлек эсендә 17 миллионға алданғандар. Өфө халҡына мотлаҡ белергә кәрәкле бер хәбәр ҙә бар. Бөгөндән Шаҡша күпере тулыһынса ябыла. Ремонт эштәренә бәйле үткәүелде тулыһынса бушатыу зарур, тип аңлаттылар Оператив кәңәшмә ваҡытында. Һыу аша паром йөрөйәсәк, ә ике яҡ ярҙа автобустар йәрәшә ойошторола. Бынан тыш, ярты сәғәт һайын электричкалар маршруты ойошторолған. Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы бөгөн Екатеринбургта эшләй. “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә Республика ҙур стенд әҙерләгән. Уның менән ҡыҙыҡһыныусылар күп тиелде Оператив кәңәшмә барышында. Уҙған көн Оман, Беларусь һәм Ҡаҙағстан вәкилдәре менән осрашыуҙар үткән. Бөгөн хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин һәм башҡа юғары ҡунаҡтарҙы көтәләр. Үткән аҙна йомғаҡтарын барлап Радий Хәбиров Тура-Хан музейы төҙөлөшөнөң беренсе этабы тамамланыуы һәм визит үҙәктең асылыуына айырым туҡталды. Сарала Монголия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа илдәрҙән ҡунаҡтар ҡатнашҡан. Музей комплексының проект эштәрен быйыл тамамлау бурысы ҡуйылды. Әйткәндәй, бында башҡорт аты үҙәге урынлашасаҡ. Радий Хәбиров республикала йәшәүселәргә яңы үҙәекте барып күрергә кәңәш итте. Аҙналағы Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән Стәрлетамаҡтағы газ шартлауы айырым тикшерелде. Күп ҡатлы йортта булған ваҡиғала зыян күреүсе 4 пациент әле дауаханала, икеһенең хәл үтә ауыр тиелде. Ҡала властары шартлау булған подъезды тикшереү алып бара. Өфөлә дауаханаларҙы модернизациялау программаһы үтәлеше менән Һаулыҡ һаҡлау министры таныштырҙы. 6 йыл эсендә был маҡсатҡа 8 миллиард һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Шуның күп өлөшө яңы ҡоролмалар һәм аппараттар, мебель алыуға йүнәлтелә. Шулай уҡ йөҙҙән ашыу бинаны капиталь ремонтлау маҡсаты ҡуйылған. Йылытыу миҙгеленә әҙерлек буйынса докладтан эштәрҙең планға ярашлы барыуы билдәле булды. Ғаилә йылына арналған сығышта бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары хаҡында әйтелде. Мәҫәлән республикала 1 июлдән күп балалылар колледжда ҡыҙ йә улдарын түләп уҡытҡан өсөн компенсация аласаҡ. Ә 1 сентәбрҙән республикалағы бөтә ҡалаларҙа ла күп балалы ғаиләләрҙәге уҡыусылар өсөн йәмәғәт транспорты бушлай буласаҡ.