70 ауырыуҙан дауа, батырҙар эсемлеге, халҡыбыҙҙың шифалы ҡымыҙы бѳгѳн дә ҙур иғтыяж менән файҙалана. Йылдан-йыл ҡымыҙ эшләүселәр һаны ла арта бара. Дәүләкәндә шифалы эсемлек бешеүселәр менән хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина осрашты.Ваҡытында 3 баш малдан башланған һәм йәшәү рәүешенә әйләнгән эш. Сәлимгәрәевтәр ғаиләһе бына инде 25 йыл ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә. Рөстәм Сәлимгәрәев аттарға мөхәббәт бәләкәй саҡтан уҡ башланып китте, нисә йәштән алып һыбай, атлап йөрөгәнемде лә хәтерләмәйем, ти ул. Артабан аттарға һөйөү Рөстәмдең ғүмерлек эшенә әйләнеп китә. Сәлимгәрәевтарҙың көнө таңғы биштә башланып китә һәм ҡараңғы төшкәнсе дауам итә. Ғаилә башлығы аттарҙы ҡараһа, уның ҡатыны Гөлназ иһә ҡымыҙ эшләү менән мәшғүл. Тәүлегенә малдар 3 тапҡыр һауыла, һуңғы һауым төнгө 3-тә. Сәлимгәрәевтар әлеге ваҡытта 70 баш бейә аҫырай, уларҙың 25 һауыла. Бер бейә яҡынса 6-нан алып 10 литрға тиклем һөт бирә, беренсе һауым ваҡытында 65, икенсе һауымда 50, бөтә бейәләрҙән көнөнә 120 литр һөт һауып алына. Рөстәм менән Гөлназ ҡымыҙҙы ата-бабаларыбыҙҙан һаҡланып килгән ысул менән эшләй. Ҡымыҙ эшләү күсмә халыҡтарҙа борондан булған. Әммә уны бешеү сит-ят кешеләрҙән сер итеп һаҡланған. Эшҡыуар әйтеүенсә, хәҙер ҙә һәр ҡымыҙ етештереүсенең милли эсемлекте эшләү буйынса үҙ сере. Яңы ғына һауып алынған һөт киптерелгән йүкә гөбөһөнә һөҙөп һалына һәм уҡа яҡынса 3 литр әсетке ҡушыла. Ҡымыҙҙы ошо йүкә гөбөһөндә эшләйҙәр. Алдан һалынған бейә һөтө менән әсеткене пешкәк ярҙамында бутайҙар. Был һөт иремәһен өсөн эшләнә. Башҡортостанда йылдан-йыл ҡымыҙ бешеүселәр арта. Башҡорт тоҡомло бейә һөтөнән бешелгән ҡымыҙ айырыуса шифалы. Шуға ла еңел ҡымыҙҙы, башлыса, балалар шифаханалары һатып ала. Батыр булам тиһәң дә, матур булам тиһәң дә – ҡымыҙ эс тиҙәр беҙҙең халыҡта.
Республикала ҡымыҙ етештереүҙең ҡыҙған мәле
Республикала ҡымыҙ етештереүҙең ҡыҙған мәле






