Иркутскиҙа энәлек емешенең спитрлы төнәтмәһе, йәғни, боярышник эсеп 71 кеше һәләк булған.
Арзан Бояр лосьоны Өфөлә һирәк һатыла. Уның хаҡы 25 һум самаһы. Ғәҙәттә, бындай шыйыҡсыларҙы табиптар йоҡо килмәгәндә, стресс хәлендә һәм эске көсөргәнешлек булғанда эсергә кәңәш итә. Әммә, бер нисә тамсы ғына. Боярышник кеүек медицина шыйыҡсаларын күпләп эсеү ауыр хәлгә килтерә. Күҙ һуҡырайыуы, хәтер юғалыуы мөмкин. Ә организм нығыраҡ ағыуланһа, тағы ла ҡурҡынысыраҡ эҙемтәләр булыуы ихтимал. Белгестәр әйтеүенсә, Башҡортостан парламенты депутаттарының фанфуриктарҙы закон менән тыйыуы күп бәләләрҙән һаҡлап ҡаласаҡ.