Идарасы компанияларҙы ярты йыл һайын алыштырырға мөмкин буласаҡ

Тулыраҡ: Идарасы компанияларҙы ярты йыл һайын алыштырырға мөмкин буласаҡ

Идарасы компанияларҙы ярты йыл һайын алыштырырға мөмкин буласаҡ.

Күп фатирлы йорттарҙы хеҙмәтләндереүсе компанияларҙың идара итеү ваҡытын кәметеү буйынса законға үҙгәрештәрҙе ил парламентына Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары тәҡдим итте. Уға ярашлы, Рәсәй торлаҡ кодексының 161 статьяһына үҙгәрештәр индереү ҡарала. Яңы проект буйынса, күп фатирлы йортта йәшәүселәр идарасы компанияларҙы һайлау ваҡытын 1 йылдан ярты йылға тиклем кәметә ала. 6 ай эсендә өйҙә йәшәүселәр идарасы компанияны һайларға бурыслы.