Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов коммуналь хеҙмәттәргә баш ҡалалағы бөтә хәүефле битләүҙәрҙе ябырға бойорҙо.
Тау шыуып автомобиль тәгәрмәсе аҫтына ҡалыу осраҡтары көндән-көн йышая, фажиғәләр булмаҫ борон иҫкәртеү зарур, тигән Ирек Ялалов. Балаларҙы тыйып ҡына булмай, шуға күрә бындай һырғалаҡтарҙы бөтөнләй үтә алмаҫлыҡ итеп ябырға ҡушҡан башҡала хакимиәте башлығы