Улар Башҡортостанды донъя спорты тарихына яҙа

Тулыраҡ: Улар Башҡортостанды донъя спорты тарихына яҙа

Улар Башҡортостанды донъя спорты тарихына яҙа.

Бөгөн республика башлығы Рөстәм Хәмитов 31-се йәйге олимпия уйындарында һәм йәйге паралимпия уйындары программаһына ингән спорт төрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне.Олимпия уйындары буйынса Рәсәй йыйылма командаһына беҙҙең республиканан 265 атлет инә. Аҙаҡҡа 4 йыллыҡта ғына халыҡ ара кимәлдәге спорт мастеры исемен 78 кеше алған, спорт мастерҙары һаны тағы ла 750-гә артҡан. Ә йәйәге олимпиадала Рапирасылар Тимур Сафин һәм Артур Әхмәтхузин Рәсәй командаһына алтын миҙал алып килде. Башҡортостан үҙенең алдынғы спортсылары менән ғорурлана ала тине Рөстәм Хәмитов. Спортсылар, тренерҙар, бөтәһе 33 тәбрикләнеүсе маҡатулы наградалар алды. Рио де Жанейрола үткән йәйге олимпиадала фехтование буйынса команда зачетында алтын һәм шәхси ярыштарҙа бронза миҙал яулаған Тимур Сафинға Халыҡтар Дуҫлығы ордены тапшырылды.