Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәтен бойомға ашырыу буйынса илдә беренсе урын яуланы

Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәтен бойомға ашырыу буйынса илдә беренсе урын яуланы

Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы бөгөн Екатеринбургта эшләй. “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә Республика ҙур стенд әҙерләгән. Уның менән ҡыҙыҡһыныусылар күп. Башҡортостандың сәнәғәт сәйәсәтен бойомға ашырыуы һөҙөмтәһе Рәсәйҙә иң яҡшыларҙан. Ошо өлкәләге күрһәткестәр буйынса республика илдә беренсе урын яуланы. Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы үткәргән рейтингына йомғаҡ “Иннопром” күргәҙмәһе сиктәрендә иғлан ителде. Башҡортостан уңыштары менән Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин да танышты. “Иннопром” һәм уның республика өсөн әһәмиәте тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин репортажы. “Иннопром” хәҙер Рәсәйҙең сәнәғәт потенциалын билдәләүсе төп индикаторҙарҙың береһенә әйләнә. Тиҫтәләрсә дәүләт компаниялары менән бер майҙанда сығыш яһау хоҡуғын алған Рәсәй субьекттары ла үҙ көсөн донъя талаптарына еткереү юлдарын барлай. Башҡортостан өсөн быйылғы “Иннопром” уңышлы булды. Сәнәғәт сәйәсәте динамикаһында беҙҙең республика Рәсәйҙә беренсе урында. Интеграль баһалар үҙ эсенә 50-нән ашыу күрһәтксете туплаған. Республика хатта Мәскәү, Мәскәү өлкәһен артта ҡалдыра. Радий Хәбиров билдәләүенсә, беренсе урынға сығыу өсөн ныҡлы нигеҙ кәрәк.Бер–нисә көндә иң юғары кимәлдәге һөйләшеүҙәр. Екатеринбургтағы “Иннопром”да Башҡортостан Омман солтанаты менән артабанғы хеҙмәттәшлек юлдарын билдәләй алды. Был илдең ҙур нефть компанияларының береһе аша республикаға Яҡын Көнсығыш дәүләттәре баҙарына сығыу мөмкинлеге асыла. Башҡортостан бөгөн сәнәғәт кенә түгел,ә етештереү,эшкәртеү өлкәһендә лә яңы маҡсаттарҙы билдәләй. Төп һәм стратегик партнерҙар – Белорусия, Ҡаҙағстан да Башҡортостан менән хеҙмәттәшлектең ышансылы икәнлеген тағы бер тапҡыр раҫлай. Күргәҙмә иһә ҡаҙаныштарҙы күрһәтеү генә түгел, ә партнерҙар менән турана-тура аралашыу, яңы бәйләнештәр булдырыуҙың төп майҙаны. “Иннопром” Рәсәй алдында торған бурыстарҙың бойомға уңышлы ашырылыуын күрһәтә. 4 көн дауамында барған форум беҙҙең илдең донъяның төрлө дәүләттәрендә стратегик партнерҙары бар икәнен тағы бер тапҡыр раҫлай алды. Яҡын Көнсығыштағы Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең күргәҙмәлә партнер ил булараҡ сығышы яһауы быға асыҡ миҫал. Екатеринбургта иһә Башҡортостан үҙ сәнәғәте өсөн ҡыҙыҡлы һәм килемле килешеүҙәр төҙөүгә яңы аҙымдар ҙа яһай.