Күп балалы ғаиләләргә ташламалар

Күп балалы ғаиләләргә ташламалар

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә балаларын колледждарҙа һәм техникумдарҙа уҡытыу хаҡының яртыһы компенсациялана. Уның күләме йылына 30 мең һумдан ашмай. Аҡса уҡыу йылы тамамланғандан һуң түләнә. Был хаҡта Башҡортостан Хеҙмәт министрлығынан хәбәр итәләр. Был льготаға барлыҡ ишле ғаиләләрҙең дә хоҡуғы бар. Компенсация алыу өсөн күп балалы ғаилә ағзалары Башҡортостанда йәшәргә тейеш. Шул уҡ ваҡытта өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаилә генә түгел, ә мәктәптә, колледжда һәм юғары уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә уҡыған балалары булған ғаилә лә ишле тип иҫәпләнә. Компенсация алыу өсөн ғаризаны күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә йәки Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарында бирергә мөмкин.