Рәсәй халҡы Яңы йыл каникулдарын ситкә сыҡмай ғына үткәреүҙе хуп күрә

Тулыраҡ: Рәсәй халҡы Яңы йыл каникулдарын ситкә сыҡмай ғына үткәреүҙе хуп күрә

Рәсәй халҡы Яңы йыл каникулдарын ситкә сыҡмай ғына үткәреүҙе хуп күрә.

Оҙайлы ялдар осоронда өйҙә ултырмаҫҡа, сәйәхәт итергә яратҡандар Рәсәй төбәктәренә өҫтөнлөк биргән. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, күптәр Сочиҙы һайлай. Икенсе урында – Мәскәү, өсөнсөлә мәҙәни баш ҡала – Санкт-Петербург. Туристарҙы күпләп көткән төбәктәр исемлегендә шулай уҡ Ҡырым да бар. Сит илдәргә барыусылар ҙа юҡ түгел. Улар башлыса арзанлыраҡ йүнәлештәр – Таиланд, Вьетнам, Ҡытайҙың Хайнань утрауын һайлай. Юлламалар араһында Андорра, Австрия, Италия ла байтаҡ. Әйткәндәй, Өфө Яңы йыл каникулдарында сит ил туристары өсөн иң популяр ҡалалар исемлегендә. Беҙгә Германия, Швеция, Болгария туристары килергә теләк белдергән.