Махсус хәрби операцияға арналған музей

Махсус хәрби операцияға арналған музей

Ҡырмыҫҡалы районының Тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Махсус хәрби операцияға арналған мөйөш булдырылған. Унда Украина неонацистары менән алышҡан яҡташтары, батырҙары тураһында мәғлүмәт бирелә, махсус хәрби операциянан ҡайтарылған экспонаттар һаҡлана. Музей әйберҙәре тулылана бара. Закир Шәрипов репортажы.Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы яңыраҡ ҡына асылған. Учреждениеның маҡсаты — район, абруйлы кешеләре хаҡында мәғлүмәтте үҫеп килеүсе быуынға еткереү. Әлегә ике зал булдырылған, бер мөйөшө махсус хәрби операцияға арналған. Бында Украинала алышыусы Ҡырмыҫҡалы егеттәре тураһында бихисап материал тупланған, шулай уҡ яҡташтарыбыҙ ебәргән экспонаттар, киреһенсә хәрбиҙәргә илтелгән ярҙам саралары урын алған. Әйберҙәр араһында гильзалар, плащ-палатка, РПГ, Птур, бронежилет, носилка, патрондар һәм уларҙың ҡумталары бар. Күбеһен 31 һәм 428 полк хәрбиҙәре ебәргән. Шәхси әйберҙәр ҙә етәрлек, уларын инде яҡташтарыбыҙҙың туғандары килтергән. Ауыл халҡы ғына түгел, бөтә район менән әйбер туплайҙар. Бөгөнгө көндә музейҙа "Хеҙмәт батырлығы" залын асыуға әҙерлек бара. Ул Совет осорона, хеҙмәт алдынғыларына, колхоз-совхоздар, сәнәғәт предприятиелары тарихына бағышлана. Райондың билдәле шәхестәре, мағариф, фән, мәҙәниәткә ҡағылышлы мәғлүмәттәр ҙә бирелә.Музей хеҙмәткәрҙәре экспонаттар йыйыуҙа ярҙам да һорай. Сөнки, киләсәктә ул киңәйә барасаҡ. Әйберҙәрҙе махсус хәрби операцияға барған гуманитар ылау вәкилдәре лә алып ҡайта. Ошондай юл менән учреждение вәкилдәре беҙҙең егеттәрҙең батырлығын, уларҙың еңеүгә индергән өлөшөн һөйләй, балаларға аңлата.