Башҡортостанда баҡсасыларға үҫтерелгән емеш-еләктәрен һатыу өсөн уңайлы шарттар булдырыла. 2 йыл дауамында сауҙа нөктәләре 2 тапҡырға артҡан. Был хаҡта төбәк башлығы Радий Хәбиров үҙенең шәхси аккаунтында белдергәйне. Сауҙәгәр баҡсасылар менән Сәлимә Исламова ла осрашты.Хуш еҫле ҡайын еләген Рәзидә апай Гордеева Мишкәнән йыйып алып килә. Бер-ике сәғәт торам алып бөтәләр, еләк миҙгеле ҡыҫҡа шуның өсөн һәр сәғәт ҡәҙерле ,ти ханым.Йыйып килтергән еләк-емешен, көҙгө уңышын ғәҙәттә, Колхоз баҙары янындағы майҙансыҡта һата,Рәзидә апай. Урындар ҙа уңайлы, кеше лә был тирәлә күп йөрөй, тип һөйөнә баҡсасылар. БашҡаланыңЧерниковка биҫтәһендәге кеүек ошондәй майҙансыҡтар республикала 300-ләп һанала. Йәмғеһе өҫтәл, эскәмйә ҡуйып ҡыйыҡ аҫтында һатыу итеү өсөн 4 меңдән ашыу урын бүленгән. Баҡсасыларға хәләл көсөн түгеп үҫтергән йәшелсә-емешен һатыуҙа булышлыҡ итеү, уңайлы һатыу нөтәләре булдырыу төбәк башлығының теләге ине. Һуңғы ике йыл эсендә бындай урындар һаны ике тапҡырға күбәйгән.Ошондай һатыу нөктәләре Өфөнөң бөтә райондарында ла бар. Башлыса баҡсасы баҙарҙары кеше күпләп йөрөгән урындарҙа ойошторола. Иң мөһиме -баҡсасылар ҡәнәғәт. Үҙ тауарың менән матур ерҙә утырып сауҙа итеү баҡсасыға ла күңелле лә , һатып алыусы ла уңай.Әлбиттә, 4 мең урын күп түгел. Бигерәк тә көҙгө, йәшелсә-емеш күбәйгән мәлдә.Урамда һатыу итеү ике яҡ өсөн дә уңайлы булһын өсөн ойоштороусылар йылдан –йыл урындарҙы арттырырға бурыслы. Иң мөһиме, баҡсасылар бында сауҙа урыны өсөн түләмәй.Яҡынса 2 миллион кеше йәшелсә-емеш үҫтереп һатыуға сығара. Был ошонса уҡ кеше өсөн өҫтәлмә табыш алыу юлы тигән һүҙ. Халҡыбыҙҙың таҙа аҙыҡ һатып ала алыуы ла мөһим күренеш.