„Рәсәй-Башҡортостан„ телеканалы йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүгә индергән өлөшө өсөн рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Киләсәк ныҡлы нигеҙҙә төҙөлөргә тейеш. Илһөйрлек тап шундай нигеҙ булып тора ла инде. „ Мин-илһөйәр„ йәмәғәт ойошмаһы Өфөлә үткән түңәрәк өҫтәл артындағы фекер алышыҙа министрлыҡ-ведомстволар, ветерандар һәм йәштәр ҡатнашты. Улар бергә һәр кемдә илһөйәрлек, ватанға тоғролоҡ тәрбиәләү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты. Билдәләнеүенсә, был йүнәлештә эшләүсе һәр кем заман талаптарына таянып, йәштәр зиһененә барып етерлек алымдар менән тәрбиә эшен алып барырға тейеш. Ошонда уҡ, Мин-илһөйәр ойошмаһының үткән йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ та яһалды.