Өфөлә Евразия цифрлы технологиялар үҙәге асылды

Өфөлә Евразия цифрлы технологиялар үҙәге асылды

Өфө фән һәм технологиялар университетында Евразия цифрлы технологиялар үҙәге үҙ ишектәрен асты. Башҡортостанда компьютер уйындары өлкәһендә компетенцияларҙы берләштергән технологик кластер булдырыу, юғары кимәлдәге Ай-ти белгестәр өсөн уңайлы шарттар булдытыу-был үҙәктең төп маҡсаты булып тора. Евразия цифрлы технологиялар үҙәгендә быйыл йәй 40-тан ашыу эш урыны булдырыласаҡ. Хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса йәше 35-тән артмай.Был үҙәктә ғилми тикшеренеүҙәргә лә, мәғлүмәт технологиялары сиктәрендә ижади эш алып барыу өсөн дә бөтә шарттар тыуҙырылған. Бында Ай-ти һәм фәндең башҡа өлкәләрендәге белгестәрҙең берлектәге эше һөҙөмтәһендә заман технологияларының тиҙ үҫеүе күҙаллана.