Баш ҡала янында ғына урынлашҡан Подымалов ауылы эргәһендәге экспедицияла керамик әйберҙәр табылды. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта.Өфө фән һәм технологиялар университетының тарих һәм дәүләт идараһы институтының дүртенсе курс студенты Айгиз Ишеғолов был археологик ҡаҙыныуҙарҙа дүртенсе йыл рәттән ҡатнаша. Ошо ваҡыт эсендә үҙенсәлекле ҡомартҡыларға тап булған йәш археолог.Башҡортостан республикаһының күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге һәм этнологик тикшеренеүҙәр институты археологтары етәкселегендә беренсе курс студенттары ла урта быуаттар торамаһын өйрәнә.Өфө эргәһендә Алтын урҙа осорона ҡараған биләмәне тикшереүгә йөҙгә яҡын кеше йәлеп ителгән. Бында Волга буйындағы иң ҙур ауылдарҙың береһе урынлашҡан булыуы ихтимал. Һәр хәлдә уның Алтын урҙа осоронда берҙән-бер сәнәғәт-етештереү комплексы булып тороуы шуға ишаралай, ти археологтар.Студенттар торлаҡ һәм хужалыҡ әйберҙәрен йыш таба таба. Уҡ-һаҙаҡ, тимер балта, һауыт-һаба һәм биҙәүестәр. Уларҙың барыһы ла тарихты тергеҙергә ярҙам итә. Элек башҡорттар күсмә халыҡ булған. Подымалов ауылы янында археологик ҡаҙыныуҙар Башҡортостан ерендә һөнәрселәр йәшәгәнен һәм сауҙа мөнәсәбәттәренең бик әүҙем булыуын иҫбатлай. Археологтар, бигерәк тә, кашин керамикаһынан табылған әйберҙәргә ҡыуанып бөтә аламй.Ҡаҙыу эштәренә Башҡорт дәүләт педагогия институты, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары, шулай уҡ ирекмәндәр ҙә йәлен ителгән. Уларға яланда йәшәү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.Йәш археологтарға йәшәү һәм эшләү өсөн бар уңайлыҡтары ла бар.... бына ошондай йыуыныу урыны... бында көн дауамында һыу йылынып тора...Ғалимдар фекеренсә, археологик ҡаҙыныуҙар ҙур ғына асыштарға нигеҙ булыуы ихтимал. Нисек кенә булмаһын, табылған барлыҡ әйберҙәр тарихты тергеҙергә мөмкинлек бирә. Бында ҡаҙыныу эштәре тағы ла бер-нисә йыл дауам итәсәк.
Башҡортостанда ҙур археологик экспедициялар башланды
Башҡортостанда ҙур археологик экспедициялар башланды