Башҡортостанда тояҡтарын фалиж һуҡҡан мышы балаһы ҡотҡарылды

Башҡортостанда тояҡтарын фалиж һуҡҡан мышы балаһы ҡотҡарылды

Әле ул Кушнаренко районында урынлашҡан һөт фермаһында тәрбиәләнә. Йән эйәһенең киләсәге тураһында хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина репортажы. Ауылдағы фермаға мышы балаһын килтергәс Илназ өсөн, ысын мәғәнәһендә, тынлыҡ бөтә. Ул көндә тәмлекәстәр алып килә, тәрбиәләшергә ярҙам итә. Мышы балаһына Ҡариҙел районы урманында Сиҙәш ауылында йәшәүселәр тап була. Йән эйәһе ярҙам һорағандай әсе тауыш сығара. Ике ай дауамында кешеләр алмашлап уны көндә килеп ашатып йөрөй. Һуңынан ғына улар мышы балаһының ауырыу икәнен аңлап ҡала һәм ҡырағай хайуандарҙы һаҡлау хеҙмәтенә мөрәжәғәт итәләр. Үҙәк белгестәре мышының бик ауыр хәлдә икәнлеген асыҡлай һәм Кушнаренко районындағы фермаға тапшыра. Мышыны кире иреккә сығарыу бик хәүефле. Берҙән ул үҙе ашай алмай, икенсенән йыртҡыс хайуандарға эләгеүе бик тә ихтимал. Кушнаренко районының Яңы Ҡормаш ауылында урынлашҡан һөт фермаһына Дмитрий быға тиклем дә мөрәжәғәт иткән булған. Ярҙамға мохтаж ҡырағай йәнлектәрҙе тәрбиәләү тәжрибәһе ҙур бында. Шуға ла мышы балаһын ихласлап ҡабул итәләр. Ферма етәксеһе Земфира Абдуллина мышы балаһы бында килеп эләккәс тә ветеринар саҡырта. Тәүге тикшереүҙән һуң йәнлектең тояҡтарын фалиж һуҡҡанлығы һәм ваҡытынан алда тыуғанлығы асыҡлана. Земфира Абдуллина, әйтеүенсә мышы балаһы көн дә ҙур иғтибар талап итә. Тәбиғәт ҡанундары буйынса, мышылар көтөү менән йөрөй торған йәнлектәр. Улар бер-береһенән теге йәки был хәл-ваҡиға ваҡытында нимә эшләргә икәнлеген өйрәнә. Шуға ла мышы балаһы ашарға һәм эсергә өйрәнһен өсөн уны кәзә менән бер бүлмәгә бикләгәндәр. Был фермала тағы ла страустар, аттар һәм голланд үгеҙҙәре лә бар. Ави ҡушаматлы мышы балаһының хәле бик насар. Ғәҙәттә уның йәшендәге мышыларҙың ауырлығы 50-60 килограмға етергә тейеш. Фермала эшләүселәрҙең барыһы ла әле был йән эйәһенең иҫән ҡалыуы өсөн тырыша.